Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 19:05

"Әсәйеңде алып ҡайтыр булһаң, айырылышам..."

Бик ауыр һайлау алдында торам. Сирле әсәйемде һайларғамы, әллә йәш кәләштеме? (Учалыла йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).)Эш шунда: кәләшем әсәйем менән йәшәргә теләмәй. Ә миңә ғүмер биргән кешем яңғыҙы ҡалды һәм сирләй.

Бик ауыр һайлау алдында торам. Сирле әсәйемде һайларғамы, әллә йәш кәләштеме?
Эш шунда: кәләшем әсәйем менән йәшәргә теләмәй. Ә миңә ғүмер биргән кешем яңғыҙы ҡалды һәм сирләй.
Беҙ ғаиләлә өс малай үҫтек. Әсәйем менән атайым – ябай кешеләр. Эшләнеләр, беҙҙе аяҡҡа баҫтырырға тырыштылар. Икеһе лә колхозда, ауыр эштә йөрөнө. Шуғалыр инде, һаулыҡтары тиҙ бөттө.
Өлкән ағайым өйләнеп, Себер яҡтарына китеп төпләнде. Кесе ҡустым яңғыҙ, ул бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә йәшәй. Үҙемә килгәндә, дүрт йыл элек өйләндем, ипотекаға ауылдан йыраҡ түгел ҡалала фатир һатып алдыҡ һәм шуны түләй-түләй татыу ғына йәшәп ятабыҙ.
Әсәйем менән кәләшемдең борсағы бик бешмәй. Беҙ фатир алғанда минең атай-әсәйем ярҙам итә алманы, ә ҡайнымдар тәүге иғәнәгә ҙур ғына сумма аҡса бирҙе. Кәләш: “Һинекеләр ҙә ярҙам итергә тейеш”, – тине. Тик ҡайҙан инде ауылда йәшәгән пенсионерҙарҙа ул тиклем аҡса? Әсәйем дә киленен үҙһенмәне, осрашҡанда һалҡыныраҡ аралашалар ине.
Быйыл йыл башында атайым мәрхүм булып ҡалды. Яңғыҙ ҡалған әсәйем тиҙ биреште, электән йыйылған сирҙәре өҫкә ҡалҡты. Ул бер үҙе йәшәй, әле үҙен ҡарар хәлдә түгел. Аптырағас, ағай-ҡусты менән кәңәшкә йыйылдыҡ. Ағайым йыраҡ, әсәйем уға барырға теләмәй ҙә. Буйҙаҡ ҡусты ла ятаҡта әсәйҙе ҡарап ята алмай. Мин ҡалам. Тик шул саҡта проблема тыуҙы ла: кәләшем әсәйем менән йәшәргә ҡырҡа ҡаршы. “Шул фатир тип көнө-төнө аҡса эшләйем. Арып ҡайтып, һинең ауырыу әсәйеңде ҡарап ултырыр хәлем юҡ. Фатир һатып алырға бер ҙә ярҙам итмәнеләр. Алып ҡайтыр булһаң, айырылышам. Йәшә әсәйең менән үҙең”, – ти.
Хәҙер ни эшләргә лә белмәйем. Әсәй ҙә йәл, уға ауыр икәнен аңлайым. Нисек итеп булһа ла үҫтерҙеләр, тәрбиә бирҙеләр, мин уның алдында бурыслы. Ҡатынымды ла яратам, балалар тыуҙырырға, бергә ҡартайырға хыяллана инек. Уллыҡ бурысы ла тынғы бирмәй, бәхетле лә булғы килә. Их-х-х, артабан тыныс йәшәр өсөн нимә эшләргә миңә?
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-ye-de-alip-aytir-bul-a--ayirilisham-362931/
Читайте нас: