Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 18:20

Социаль учреждениела коронавирус

Бөгөн БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәр араһында коронавирус таралыуы тураһында хәбәр итте. Баҡтиһәң, һүҙ үҙебеҙҙең Учалы психоневрология интернаты тураһында бара икән.

Республика Башлығына социаль учреждениела коронавирус менән сирләүселәр барлығы тураһында хәбәр барып еткән.
- Ябыҡ учреждениеға ковид нисек барып кергәндер, билдәһеҙ. ПНИ хеҙмәткәрҙәренең дә сир йоҡтороуы тураһында еткерҙеләр. Карантинға ябыуҙан башҡа сара юҡ, - тине ул.
Хәтерегеҙҙә булһа, ошоға оҡшаш хәл Нефтекамала һәм Күмертауҙа булғайны. Бынан тыш Радий Хәбиров хәүеф зонаһында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәр өсөн аҡса бүленәсәген әйтте.
https://newsbash.ru/society/health/19800-habirov-rasskazal-o-vspyshke-koronavirusa-sredi-socrabotnikov.html
Читайте нас: