Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 17:45

Туристик йыйым индереүҙәре ихтимал

Башҡортостанда туристар күпләп йөрөгән объекттарға туристик йыйым индереүҙәре ихтимал.

Башҡортостанда туристар күпләп йөрөгән объекттарға туристик йыйым индереүҙәре ихтимал. Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
«Тәбиғәт объекттарына көсөргәнеш артыуға бәйле туристар күпләп йөрөгән объекттарға туристик йыйым индереүҙе хуплауығыҙҙы һорайбыҙ, — тип билдәләне Дәүләт комитеты башлығы. — Әлеге сара туристар ағымын көйләргә һәм ял итеүселәр өсөн инфраструктураны яҡшыртырға, һәм иң мөһиме, цивилизациялы ял ойошторорға мөмкинлек бирер ине. Был туристар өсөн йыйымдар булырға тейеш, кешеләр сервис, йылғанан ағып төшөү, мәмерйәләргә, парктарға барыу өсөн аҡса түләргә әҙер. Алынған аҡсаны шарттар булдырыуға һәм ошо объекттарҙы тәртиптә тотоуға йүнәлтергә була».
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты. Туристик йыйым индерелгән осраҡта аҡсаны экологияны һаҡлау, инфраструктураны үҫтереү өсөн тотонорға, шулай уҡ ҡайһы бер урындарҙа спутник элемтәһе һәм медицина пункттары булдырырға мөмкин.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
https://www.bashinform.ru/news/1472167-v-bashkirii-na-naibolee-poseshchaemye-turisticheskie-obekty-mogut-vvesti-turisticheskiy-sbor/
Читайте нас в