Башҡортостанда талаған ваҡытта үлтерелгән 100 йәшлек ветеранды һуңғы юлға оҙаттыларФронтовик менән хушлашырға ауылдаштары, район хакимиәте, ветерандарҙың хәрби комиссариаты вәкилдәре һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов килде. Һуңғыһы енәйәтселәрҙе табып, уларға яза бирергә вәғәҙәләне.Иван Николаевичтың 9 июлдә үҙ йортонда ғүмере ҡыйылды. Ветерандың кәүҙәһен көн һайын хәл белешергә инеп йөрөгән күршеһе тапҡан. «Вести» яҙыуынса, үлер алдынан уны бәйләп, интектергәндәр. Моғайын енәйәтселәр Несмеяновтың тиҫтә йылдар буйына йыйылған аҡсаһы ятҡанын белгәндер. Орден-миҙалдарына теймәгәндәр.Үлтереүселәргә ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү янай