Башҡортостанда бер аҙнала 40 кеше һыуға батҡан. Улар араһында — 5 балаБашҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты рәйесе һүҙҙәренсә, һыуға батҡан 35 өлкән кешенең 27-һе иҫерек булған. Ә һәләк булған балаларҙы ата-әсәһе ҡарауһыҙ ҡалдырған.Дәүләт комитеты йылға-күлдәрҙә патрулде көсәйтте. Фажиғәне булдырмау өсөн 5,5 кеше күҙәтте, һәр бишенсеһе - ирекмән. Улар 88 ғүмерҙе ҡотҡарҙы.Зинһар өсөн, эскән килеш һыуға төшмәгеҙ һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.