Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 10:45

Заманса үҙгәрештәр кәрәк

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфө ҡалаһының Мәжит Ғафури урамын ремонтлау дауам итә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфө ҡалаһының Мәжит Ғафури урамын ремонтлау дауам итә. Тротуарҙар ҙа тәртипкә килтереләсәк. Мэрия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл баш ҡалала 22 юл участкаһын ремонтлаясаҡтар.
Тиҙҙән Ибраһимов бульварын ремонтлау эшенә лә тотонасаҡтар. Белгестәр билдәләүенсә, урамдың файҙаланыу ресурсы бөткән, заманса үҙгәрештәр талап ителә.
Ҡала хакимиәте етәкселәре билдәләүенсә, юл-ремонт эштәре һәр саҡ халыҡҡа ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә өфөләрҙең хәлде аңлап ҡабул итеүҙәре кәрәк. Әле урамды капиталь ремонтлау буйынса дәүләт экспертизаһы үткәрелә, август-сентябрь айҙарында ремонт эшенә тотонорға тейештәр.
"Башҡортостан" (Д. Арсланова)
Фото: Bash.News.
Читайте нас: