Өфөлә «Башҡортостан һылыуы — 2020» бишенсе матурлыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда республиканың төрлө райондарынан 16 ҡыҙ ҡатнашты, Өфөнән София Карпова еңеүсе булды. Уға 14 йәш, әле ул мәктәптә уҡып йөрөй. Конкурс мартта, пандемия ваҡытында башланды һәм күпселек конкурстар онлайн уҙҙы.