Белорет районының Әүжән ауылында эҫе көндә боҙ яуып үткән. Урындағы кешеләр көтөлмәгән тәбиғәт күренешен фотоға төшөрөп социаль селтәргә һалырға ла өлгөргәндәр. Һүрәттә йәшел үләндә боҙбосраҡтарҙы абайларға була. Яуым-төшөм әҙ булһа ла, ҡайһы бер баҡсаларҙағы үҫентеләрҙе зыянлап үткән.