Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 17:00

Дельтаплан ҡолап төшкән

Был бәхетһеҙ хәл Стәрлебаш районында була. Юғары бейеклектән ике кеше мотодельтаплан менән бергә ергә ҡолап төшә. Ошо ҡот осҡос фажиғә тураһында Волга буйы транспорт прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Фажиғә 9 июлдә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә була. Һауа судноһы һауаға күтәрелеп ун минут самаһы осоп барғандан һуң ҡапыл түбәнгә тәгәрәй башлай. Дельтаплан ҡаты урынға барып ултыра. Ҡаты бәрелештән пассажир шунда уҡ йән бирә, ә пилотты ауыр хәлдә дауаханаға оҙаталар.
Килеп тыуған хәл-ваҡиға буйынса тәфтишселәр тикшереү эштәре алып бара. Әлегә шуныһы мәғлүм: пилоттың таныҡлығы булмаған, ә осош тураһында мәғлүмәт бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Прокуратура тикшереү барышын контролгә алған.
Романтиктар өсөн бындай мауыҡтырғыс шөғөлдәр шәп, әлбиттә. Әммә һауала осҡанда нисек кенә рәхәт булһа ла, ергә ҡолап төшөү ҡурҡыныс янауы тураһында ла оноторға ярамай.
Р.САФИНА.
Читайте нас: