Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 16:55

Өфө буйлап - ике ҡатлы автобуста

1 августан туристарҙы Өфө буйлап экскурсияға ике ҡатлы автобус йөрөтәсәк.

1 августан туристарҙы Өфө буйлап экскурсияға ике ҡатлы автобус йөрөтәсәк. Әлегә аныҡ ҡына маршрут билдәле түгел, бындай экскурсияның күпме тороуы хаҡында ла бер ни әйтелмәй.
Шулай уҡ августың беренсе көнөнән баш ҡала буйлап йәйәүле экскурсиялар ҙа планлаштырылған, уларҙы профессиональ гидтар уҙғарасаҡ. Шуныһы мәғлүм - улар бушлай ойоштороласаҡ. Террабашкирия.ру. сайтында теркәлеп, Өфө буйлап экскурсия ҡылыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итә "Минең Өфөм" сайты.
Читайте нас: