Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 11:05

Герметик ҡаптар файҙаланыла

2020 йылдың тәүге ярты йылында республика аграр комплексы продукцияһын экспортлау 76 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
2020 йылдың тәүге ярты йылында республика аграр комплексы продукцияһын экспортлау 76 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперацияһы һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты индикаторҙарына ярашлы, 2024 йылға тиклем республика продукцияһын сит илгә сығарыу күләме 230 миллион АҠШ долларына тиклем барып етергә тейеш.
“Европак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте экспортлаусылар өсөн яңы логистик ҡарарҙар тәҡдим итә - йөктө флекситанктарҙа, йәғни бер тапҡыр ҡулланыла торған герметик һауыттарҙа ташыу. Был махсус ҡап контейнерға һалына һәм тимер юлдар йәки диңгеҙ буйлап Рәсәйгә һәм донъяның тағы унлаған иленә килтерелә.
“Европак” компанияһы белгестәре белдереүенсә, йөктө бындай ҡаптар аша ташыу экспортлау менән шөғөлләнгән компанияларға технологик һәм логистик өҫтөнлөктәргә эйә булырға, продукция менән сауҙа итеүҙең яңы баҙарҙарына сығырға һәм ташыу өсөн сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итәсәк.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: