Элеккерәк хатлашҡан ваҡытта кемдер ҡыҫҡа, кемдер оҙон итеп яҙып ебәрә алған. Бер әсә улын армияға ебәргән дә көн дә хат көтә. Бер айҙан һуң улынан хат килгән, унда былай тип яҙылған: “Әсәй, мин имен-һау хеҙмәт итә башланым, Куйбышев ҡалаһына эләктем, радист-радиотелеграфистҡа уҡыталар. Көн дә морзе менән ултырам, ҡулдан асҡыс төшмәй. Ашаталар-эсерәләр, йүгертәләр-атлаталар, винтовка тоттороп ҡарауылға ҡуялар. Әсәй! Мин хәҙер командир, ефрейтор лычкаһын тағып йөрөй башланым. Башҡа яҙыр һүҙем юҡ. Һеҙ үҙегеҙ нисек йәшәп ятаһығыҙ?”Әсәһе ҡыҙына яуап хат яҙырға ҡушып, нимә яҙырға үҙе үк берәмләп әйтеп ултыра.Хат башы – яҙ ҡаршы.Әссәләмәғәләйкүм, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған Кәшфулла улым! Һиңә күптән-күп сәләмдәр ебәреүсе, көн-төн һиңә һаулыҡ теләүсе берҙән-бер әсәйең яуап хат яҙырға булды. Оҙон ғына итеп яҙған хатыңды алып ныҡ ҡына ҡыуандыҡ. Уны үтекләп һандыҡҡа тығып ҡуйҙым, сөнки ятҡан хат эсендәге ҡағыҙҙы бесәй-маҙар уйнатып йыртыр, йә берәйһе хәжәтенә тотоноп ҡуйыр, тип ҡурҡам – барыһын да ҡарап-күреп бөтөп булмай бит инде ҙур хужалығы булған ауыл кешеһенә.Хатыңды уҡып сыҡҡандан һуң йүгерә-атлай кәперәткә барҙым: сәй-шәкәр кәрәк булды, бөгөн тағы джеммы, повидломы килгән, тип ишеткәйнем, шуны ла алып ҡайтырға уйым бар ине. Инһәм, уширеттә унлаған кеше тора, гел ҡатын-ҡыҙҙар. Бәлки, уширетһеҙ үткәрерҙәр, тип аҙыраҡ алдаштырып ебәрҙем. Әйттем:- Эй, бисәләр! Мине тыңлағыҙ әле! Аҙаҡтан мин сыҡҡас, теләгәнсә ларылдашырһығыҙ. Кәшфулла улым ошонда торғандарҙың бөтәһенә лә сәләм ебәргән, һиңә лә, һиңә лә, һиңә лә, - тип һәр береһенең исемдәрен атап сыҡтым. Ҡыуанышалар, ҡоромағырҙар. Ҡайһыныһы әллә ышанып етмәй, берәүһе әйтә:- Кәшфулла бик йомоҡ егет ине, һаулыҡ һорашырға ла эшкинмәй йөрөй торғайны, әрмиә ҡайһылай тиҙ өйрәткән, ти. Башҡалары хихылдашып көләләр. Нишләп шул тиклем ҡысҡырышып дәррәү көләләрҙер – шуға аптырайым. Берәһе “Ҡайҙа хеҙмәт итә?”тип һорай ҡуйҙы. Мин:- Куйбышевта, тинем.- Куйбышев – генералмы әллә балкауникмы?-тип һорай баяғы бисә.- Алйот. Куйбышев – ҡала исеме, генерал да, балкауник та түгел, - тип туп-тура яуап бирҙем.- Кем булып хеҙмәт итә? – тип һатыусы һорап ҡуйҙы.- Телеграф бағанаһына менеп, сым һуҙыусы редис булып хеҙмәт итә, - тинем. Ауыл бисәләре ни бигерәк наҙандар бит инде. Күбеһе үҙенең ауылы менән кейәүгә сыҡҡан ауылдан башҡа ерҙе күргәндәре бөтөнләй юҡ!Шулай ҙа кәрәкле нәмәләремде уширетһеҙ алып сыҡтым баяғы кәперәттән. Һалдат әсәһе гел алда йөрөргә тейеш бит инде ул. Әйткәндәй, арыуыҡ ваҡыт асҡыс тотоп ултырам, тигәнһең. Эш ваҡытында асҡысыңды берәй стенаға элеп тор, онотам тиһәң – кеҫәңә һалып тот. Морзе менән ултырам, тигәнһең – ултыр, әлбиттә, үҙең беләһең, тик фамилияһы бик мәҙәк, йә урыҫса, йә немецсә, йә башҡортса түгел. Эш фамилияла түгел инде ул, тик яҡшы кеше генә булһын! Ниндәй телдә һөйләшәгеҙ һуң?Беҙҙең хәлгә килгәндә имен-һау йәшәп ятабыҙ. Һеңлең Миңзифа матур ҡына уҡып йөрөй. Үҙенән һорашһаң – “дүрт”кә, “биш”кә уҡыйым, ти, ә көндәлеген асһаң - өстәре туп-тулы. Атайың килгәндә уның тураһында незнай, яҙырғамы-юҡмы – белмәйем. Һине оҙатҡандан һуң ике аҙна буйы эсеп йөрөнө. Һоп-һоро булып сығып китә, ҡып-ҡыҙыл булып ҡайтып инә. Шуға көйөп китеп боярышник урынына меновазинды йотон ебәргәнмен, ауыҙ-мороном янып китеп көн буйы тик һалҡын һыу ғына эсеп йөрөнөм. Атайыңды әйтәм, отпускыһының яртыһын шулай эсеп үткәрҙе. Йәшергән аҡсаһын бер көнө табып алдым, был юлы үҙем йәшерҙем. Һорай: “Күрмәнеңме?”, - ти. “Күрмәнем”, - тинем йәнем көйөп һәм уның аҡсаһын һеңлеңә кейем-һалым алыуға тотоноп бөттөм. Әле эсеүҙән туҡтап, бик күңелһеҙ йөрөп ята. “Минең эсеп таашлағанды Кәшфуллаға яҙып ҡуйма инде!”,- ти, инәлә “Яҙмаҫмын”, тип ныҡлы вәғәҙә бирҙем. Бик уңайһыҙлана бит. Эсмәһә – атайыңдан да, аҡыллыраҡ, атайыңдан да күндәмерәк кеше юҡ. “Ниндәй ярҙамым кәрәк?, - тип һорап, күҙгә генә ҡарап тора. “Эсмәһәң – ярҙамың шул”, - тип әйттем. Унан иҙән йыуҙыртып, үҙем түрҙән ҡарап ултыра алмайым бит инде. Башҡорт ире иҙән йыуа беләме ни? Һап-һары иҙәнемде черный море итеп йыуып сығып китер, шунан ҡайһылай итеп таҙартып алырға тейешмен мин?Мал-тыуарыбыҙ, шөкөр, имен-аман тора. Түлке һыйыр әллә нишләп быҙауларға уйламай, ә ашарға тигәндә беренсе килеп етә, бер күнәк комбикорманы “һә” тигәнсә ялап ҡуя, тағы һорай, шунан тупһа алдында ятҡан һепертке менән туҡмап ебәрергә тура килә – башҡаса ҡайһылай итәһең инде уны. Әйткәндәй, кисә иң өлкән һарығыбыҙ һөйрәлеп сатанлап ҡайтты, артабан атлай алмаһа – һуйырға тура килер инде. Әллә берәйһе таяҡ менән һуҡтымы, әллә ағас-мағасҡа үҙе ботон ҡыҫтырып ҡуйҙымы? – белмәйем әле шуныһын, ну, барыбер беләсәкмен.Кәшфулла улым! Өс йыл хеҙмәт итеүҙе ике йылға ҡалдырырға тейештәр, тип силсәүит һөйләп торғайны. Ысын булһа – ҡайһылай шәп булыр ине. Тик бер үтенесем бар: урыҫ араһында йөрөп, мәрйә менән танышып, уны алып ҡайтып ҡуя күрмә тағы! Матур булһалар ҙа беҙҙең өсөн түгел улар, үҙҙәренең урыҫына сығып, суҡынып йәшәһендәр әйҙә. Бәлки, иҫләйһеңдер, бынан бер-нисә йыл элек Рәхмтулла ағайҙың Әхмәт исемле буй-төҫ яғынан матур ғына булған улы, Мәскәү аҫтында хеҙмәт иткәндә, бер мәрйә менән танышып, алып ҡайтҡан ине. Баяғы ҡыҙыҡай түп-түңәрәк асыҡ зәңгәр күҙле, йәтеш кәүҙәле бер һылыуҡай ине, нишләп күп балалы был ғаиләгә яңы ғына танышҡан егет артынан эйәреп килгәндер ул - белмәйем. Йәш ваҡытта ҡыҙҙар алдын-артын уйламайҙар шул, еңел аҡыллы, алйот булалар. Баяғы мәрйәнең сүсинкә кейеп көйәнтәләп һыуға барғанын бер-ике мәртәбә мин дә күреп ҡалғайным, йәлләп ҡарап тороп ҡалдым хатта. Ай үтемме-юҡмы әсәһенең хәлен белергә, тип ҡайтып киткәндән һуң юҡҡа сыҡты ул урыҫ ҡыҙы. Бәлки, үҙенең кире килергә теләге булмағандыр, бәлки, әсәһе ебәрмәгәндер – кем белә инде. Ҡайтып кейемдәркн алмаштырып, сәсен бөҙрәләп төшкән фотоһын ебәргән, бер һүҙ менән әйткәндә – хур ҡыҙы инде. Кәртешкәһен Әхмәткә ебәргән булған, миңә лә нишләптер күрһәткәйне ул. Беҙҙең тормош үҙебеҙгә генә яҡшы инде ул. Бынауынан мин сәсемде ҡырҡтырып, иренемде буяп, үтә күренмәле ебәк күлдәк кейеп магазинға сығайым, иртәгәһе көн үк, беләм, мине психтар балнисына оҙатасаҡтар.Кәшфулла улым! Тиҙ арала командир булыуыңа ныҡ ҡыуанып йөрөйөм. Түлке белә алмайым: ефрейтор генералдан аҫта торамы, әллә өҫтәме?Атайыңдан һораһам, ҡул һелтәп, йылмая биреп, ситкә китә лә бара. Нисек кенә булһа ла үҙеңдән аҫтағыларҙы әбижәйт итмә, ә командирыңа арҡыры һүҙ әйтмә, берәй йомош ҡушһа, “Есть”, тип кинолағы һымаҡ йүгереп кит тә бар. Тамағыңды туҡ йөрөтөргә тырыш, улым! Сусҡа ите, тип ҡарап торма – йыпырыуыңды бел! Гел урыҫ малайҙары сусҡа ите, сусҡа майы ашап, ҡуҡырайып йөрөмәһендәр әле.Ошоноң менән, улым Кәшфулла, хатты тамамлайбыҙ. Әйтелмәгән һүҙҙәр күп ҡалды әле, уларын икенсе хатҡа матур итеп теҙербеҙ инде. Һинең иң ҙур командирың булған Шәйгуға беҙҙән бик күп сәләм, моғайын һирәк-һаяҡ булһа ла күрешеп йөрөйөгөҙҙөр әле.Ошоноң менән ҡыҫҡаса ғына яҙылған хатыбыҙ тамам, йөрө имен-аман, хат яҙ һаман – шундай заман.Әсәйең.