Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 17:05

ПНИ-ла 12 кеше коронавирус менән ауырый

Учалы психоневрология интернатында коронавирус менән зарарланыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек. 14 июлгә алынған мәғлүмәттәр буйынса COVID-2019 ун ике пациентта раҫланған.

Учалы психоневрология интернатында коронавирус менән зарарланыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек. 14 июлгә алынған мәғлүмәттәр буйынса учреждениела COVID-2019 социаль хеҙмәт алыусы ун ике кешелә раҫланған. Ошондай эпидемиологик хәл килеп сығыу арҡаһында әлеге ваҡытта хәлде контролдә тотоусы оператив штаб булдырылған. Социаль хеҙмәт алыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр инфекцияға тикшерелә, учреждение өҫтәмә дизенфекциялана, карантин дауам итә. Пациенттарҙың барыһы ла изоляцияланған, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм опекаға алыныусыларҙың һаулығы медицина күҙәтеүе аҫтында. Оперштабтың эше Һаулыҡ һаҡлау һәм Хеҙмәт министрлығы контроленә алынған. Республика тарафынан учреждение өҫтәмә һаҡланыу, дезинфекциялау саралары, медикаменттар менән тәьмин ителгән.
фото Учалы районы хакимиәте сайтынан
Читайте нас: