Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 11:40

"Вахтасылар" Учалыла ҡала

Районыбыҙҙа эшһеҙлек дүрт тапҡырҙай артҡан

Быйыл март айында урындағы мәшғүллек үҙәге филиалында 350 тирәһе кеше теркәлгән булһа ( эшһеҙлек күрһәткесе – 1,13 процент тирәһе), әле – 1255 (3,38 процент).
Эшкә урынлаштырыу бүлеге мөдире, әлеге ваҡытта шулай уҡ Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Учалы филиалы директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айгөл Мостафина беҙгә ошо хаҡта бәйән итте..
-Предприятиеларҙан, пандемия сәбәпле штаттар ҡыҫҡартыламы, тип даими ҡыҙыҡһынабыҙ. Берәүҙең дә бындай ниәте юҡ, бөтә урта һәм ҙур предприятиелар тотороҡло эшләй, - ти Айгөл Марат ҡыҙы, - Ә эшһеҙҙәр һаны ҡырҡа артыуҙың ике төп сәбәбе төҫмөрләнә. Беренсенән, вахта ысулы менән Себерҙә йә ҙур ҡалаларҙа эшләүселәр районыбыҙҙа, төп йәшәү урыны буйынса теркәлгән. Әле, эпидемия сәбәпле, эшкә сираттағы саҡырыу кисектерелә икән, эшһеҙ сифатында тап районыбыҙҙа теркәләләр. Ә икенсенән, эшһеҙлек пособиеһы күләме уғата артты бит. Элек, иң минималь күләм 1 725 һум булғанда эшһеҙ булып теркәлеүҙең мәғәнәһен күрмәгән граждандарға әлеге иң түбән күләм ( 5 175 һум) әүрәтерлек сумма булып тойола. Ундайҙар, сама менән, дөйөм исемлектең өстән берен тәшкил итә.
Коронавирус менән бәйле түгел, әммә теркәлгән эшһеҙҙәр һанын уғата арттырған өсөнсө фактор ҙа бар икән. Пенсияға сығыу йәшен арттырғас, “пенсия алды йәшендәге” тигән айырым социаль категория барлыҡҡа килде бит. Уларға, бер яҡтан, эшһеҙ итеп теркәлә икән, максималь пособие күләме артты (13 949 һумға тиклем). Ә икенсе яҡтан, ошо йәш арауығындағы кеше эшенән “ҡыҫҡартылып”, эш таба алмай икән һәм билдәле стажға эйә булһа ( ҡатын-ҡыҙға – 20, ир-атҡа – 25 йыл), ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығарылыуы ихтимал. Әлбиттә, эшһеҙ булып теркәлергә теләүселәр һаны ошо сәбәпле лә ишәйә.
Читайте нас: