Башҡортостанда көндәр аномаль эҫе торасаҡ.
Был турала республика МЧС-ы хәбәр итә. Һауа температураһы 38-40 градусҡаса күтәрелә.Шуға ҡарамаҫтан, синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар вәғәҙә итә. Көндәр томра торһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән көслө ел сығып китеүе бар.
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, хәүефле "һары" көндәр айырыуса ҡурҡыныс янай.
14 июлдә күк күкрәп йәшенләп ямғыр яуып аласаҡ, һауа темпратараһы бер аҙ һалҡынайтып алһа ла, һауа һаман да ҡыҙыу ҡаласаҡ төндә +16,+23°, көндөҙ +33,+37° тирәһе, ҡайһы бер райондарҙа һауа +38,+40 градусҡаса ҡыҙасаҡ.
Көндәр эҫе тороуы көн тейеүгә, башҡа эҫе ҡабыуға килтереүе ихтимал. Көн үҙәгендәге эҫелә тышта йөрөмәүең хәйерле. Ҡояшта тән янып тире ҡубып сыҡмаһын өсөн махсус саралар ҡулланырға тәҡдим ителә.
Көндәр эҫе тороуға бәйле Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында янғын сығыу хәүеф янай - иғтибарлы булығыҙ, асыҡ һауала ут яҡмағыҙ!