Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 17:20

Һыналған рецепт

Бер йыл һыналған рецепт. Өҫтө лә күгәрмәй.

Бер йыл һыналған рецепт. Өҫтө лә күгәрмәй.Мин ныҡ шәп рецепт таптым әле. Өс төрлөһөн эшләп ҡараным, ошоноһо желе килеп сыҡты, һеркелдәк һымаҡ былҡылдап тора, банка ситтәренә лә йәбешмәй. 2 ст һыу,6 ст. шәкәр, 4 ст ҡарағат алдым. Стаканды 700 г банка мн дә алыштырып була, ҡарағаттың күләменә ҡарап. Һыуға өс ст шәкәрҙе һалып ағарып сыҡҡансы ҡайнатаһың да ҡарағатты һалаһың. 7 минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Уттың самаһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин уртасала тоттом. Шунан ҡалған өс ст шәкәрҙе һалырға ла 5 мин ҡайнатырға. Ошо самаға ике 700 һәм 500 бер банка китте. Уларҙы стерилизовать иттем дә ҡайнар вареньены һалып бороп ултырттым. Кискеһен түҙмәнек теге бер 500 банканы асҡайныҡ йылтыр ғына һеркелдәк кенә тәмле генә желе килеп сыҡҡан).
Гөлсимә Иштанова.
Фото: polzavred.ru
Читайте нас: