Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 17:40

Һаҡ булығыҙ: талпандар ҡотора

“Өфө медицина учреждениеларына талпандан тешләнеп 800 кеше, шул иҫәптән 85 бала мөрәжәғәт иткән.

“Өфө медицина учреждениеларына талпандан тешләнеп 800 кеше, шул иҫәптән 85 бала мөрәжәғәт иткән. Был бөжәктән зарарланыу Калинин, Орджоникидзе, Ленин, Дим, Октябрь, Киров райондарындағы урман биләмәләрендә, баҡсаларҙа теркәлгән”, - тип хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың урындағы идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Камаева.
Талпандар айырыуса май-июнь һәм август-сентябрь айҙарында әүҙемләшә.
Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – вакцинация. Өҫ кейемен эшкәртеү һәм талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәғәйенләнгән махсус химик саралар ҡулланыу ҙа һөҙөмтәле. Урманға йәки паркка барғанда мотлаҡ баш кейемегеҙ булһын. Оҙон еңле, аяҡты шайтан ашығынаса ҡаплап торған өҫ кейеме һайлағыҙ. Һәр 1,5-2 сәғәт һайын үҙегеҙҙе йәки бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ, сөнки талпан шунда уҡ ҡаҙалмай, күпмелер ваҡыт тән буйлап йөрөп ала.
Ә инде ҡаҙалған булһа, талпанды сығарыр кәрәк. Мөмкинлек бар икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Талпанды иҙергә ярамай, сөнки бөжәк организмында ҡурҡыныс вирустар булыуы ихтимал. Улар ҡулдағы ваҡ йәрәхәттәр аша кешегә йоғоуы мөмкин.
Тәндән алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә илтергә кәрәк.
Әгәр бөжәктең зарарлы булыуы асыҡланһа, кисекмәҫтән йәшәү урыны буйынса медицина пунктына мөрәжәғәт итеү зарур. Зыян күреүсегә талпанға ҡаршы иммуноглобулин яһап, тейешле саралар күрәсәктәр.
Фото: zhukvesti.ru
Автор: Римма Султанова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/a-buli-i--talpandar-otora-365674/
Читайте нас: