Быйыл тәүге «Баҫыу көнө» 16 һәм 17 июлдә Шишмә районында уҙғарыла. Семинар-кәңәшмәне ужым культураларына арнарға хәл ителде, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында: «Сарала ошо теманы тикшереү бик дөрөҫ, сөнки урып-йыйыу кампанияһы тап ужым ашлығын урыуҙан башлана».
Йола буйынса, заманса ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен һәм ужым ашлығының иң яҡшы сорттары сәсеүлектәрен, шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдарының эштәрен ҡарау ойошторола.
Профилактика маҡсатында семинар программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Сараларға һәм презентацияларға ҡәтғи график буйынса ҙур булмаған төркөмдәр менән индерәләр, тип билдәләнеләр ведомствола.
https://www.bashinform.ru/news/1473092-pervyy-den-polya-v-bashkirii-posvyatyat-ozimym-kulturam/