Өфөнөң Уралсиб банкы башында тыуған ҡошсоҡтар үҫеп еткән.Быйыл яҙ сапсандар 4 бала сығарған. Улар Еңеү, Батыр, Ағиҙел һәм Май ҡушаматын алған. Ҡошсоҡтарҙың бөтәһе лә осорға өйрәнгән, улар Өфө буйлап әүҙем «сәйәхәт итә», ә көҙ көнө йылыраҡ илдәргә китә.Ҡошсоҡтарҙың тормошон Өфөлә генә түгел, Германияла, Польшала, Белоруссияла һәм Украинала онлайн (камералар ярҙамында) күҙәтеп барҙылар.