Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Новости
15 Июля 2020, 10:20

Хаҡ юғары, сервис кимәле түбән

Tvil.ru сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй курорттарында ял иткән күпселек туристар хаҡтар һәм сервис кимәле менән ҡәнәғәт түгел.

Добавить в предпочтительные источники Google
Tvil.ru сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй курорттарында ял иткән күпселек туристар хаҡтар һәм сервис кимәле менән ҡәнәғәт түгел. Һорауға яуап биреүселәрҙең 48% аҙыҡ-түлеккә, туҡланыуға, хеҙмәттәргә һәм башҡаларға хаҡтар бик юғары тип иҫәпләй. Икенсе урында – сервис кимәленең түбән булыуы. Рәсәйҙәрҙең 21% уларҙы курорттарҙа һәм отелдәрҙә хеҙмәтләндереүҙәре оҡшамай. Туристарҙың 8% урындағы торлаҡ хужаларының үҙ-үҙен тотошона ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Һорауға яуап биреүселәрҙең 7% курорттарҙа ял итеүселәрҙең социаль дистанцияны һаҡлауын теләй. Пляж һәм дөйөм туҡланыу (2%), шулай уҡ номерҙарҙы сифатһыҙ йыйыштырыу (1,5%) менән ҡәнәғәт булмаған туристар аҙ. Ял итеүселәрҙең 9% ғына барыһы менән ҡәнәғәт.
https://www.bashinform.ru/news/1473008-otdykhayushchie-na-rossiyskikh-kurortakh-bolee-vsego-nedovolny-tsenami-i-servisom-opros/
Читайте нас