Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 16:35

Иң яҡшы балалар баҡсаһы Учалыла

Учалы ҡалаһының 3-сө һанлы “Баҙлауыҡ” (Светлячок) балалар баҡсаһы, “Балалар баҡсаһы – 2020” Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында лайыҡлы рәүештә еңеү яуланы һәм Рәсәйҙең “ТОП-500 иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исемлегенә инде.

Учалы ҡалаһының 3-сө һанлы “Баҙлауыҡ” (Светлячок) балалар баҡсаһы “Балалар баҡсаһы – 2020” Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында лайыҡлы рәүештә еңеү яуланы һәм Рәсәйҙең “ТОП-500 иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исемлегенә инде. Конкурста 72 меңдән ашыу балалар баҡсалары ҡатнашҡан.
Сара 2019 йылдың 1 октябренән быйылғы йылдың 19 февраленә тиклем уҙғарылған. Жюри тәү сиратта мәктәпкәсә ойошманың күрһәткестәре һәм эш һөҙөмтәһен баһалаған, уникаль методикаларҙы, заманса алымдарҙы нисек ҡулланыуҙарын ҡараған, ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек алып барылған саралар менән танышҡан.
Балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Даринбаева һөйләүенсә, учреждение коллективы тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре менән тығыҙ бәйләнештә, улар менән берҙәм эш алып баралар. Ғаиләләр баҡса тормошонда ҡайнап йәшәй, байрам, спорт сараларында әүҙем ҡатнашалар. Балалар баҡсаһында Йәш ғаилә мәктәбе эшләй, педагогтар буласаҡ ата-әсәләр менән ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә арналған дәрестәр уҙғаралар. Ил күләмендәге әһәмиәтле конкурста еңеү яулауҙары коллективтың эшенә ҙур баһа. Был еңеү коллективтың, балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең берҙәм фиҙаҡәр хеҙмәте. Ҡотлайбыҙ, афариндар!
Читайте нас: