Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 11:00

Республикала урып-йыйыу кампанияһы башланды

Башҡортостандың бер нисә районында ураҡ башланды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.

Башҡортостандың бер нисә районында ураҡ башланды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.
«Республикала ҡайһы бер райондарҙың аграрийҙары шипкән, борсаҡ һәм ужым арышын йыйыуға төштө, — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Мәҫәлән, Хәйбулла фермеры Юрий Погорелов шипкән урыуҙы тамамланы. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, юғары килемле культура уртаса уңыш биргән. Фермер 50 тоннанан ашыу шипкән орлоғо алған».
Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 1,790 миллион гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән. Шуның 185 мең самаһы гектарын – ужым арышы, 58 мең гектарын – борсаҡ, 4,3 мең гектарын шипкән биләй.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1472803-v-bashkirii-nachalas-uborochnaya-kampaniya/
Фото: Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас в