Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 18:57

Урман янғындары ялманы

“Өҫкө янғынға әүерелмәһә генә ярар ине!”

Районда әле бер ыңғайы 3-4 урман янғыны йәйелгән. Өргөн күле янындағы янғынды кисәнге һүндергәндәр ине, әле үҙебеҙ барып күрҙек – йәнә дөрләп яна. Урмансылар минераллашҡан һыҙат менән уратып алғандар, шуның аша ут сыҡмаһын тип теләнергә генә ҡала. Ә һыу һибеү файҙаһыҙ, кисәнге насос менәнән тонна-тонна ағыҙғандар, аҫта торф булғас, йәнә яна башланы. Бер ахмаҡ һүндермәй киткән усаҡ арҡаһында күпме бәлә!
Ә иң борсолдорғаны – бөгөн Сүптекүл янында ҙур майҙанда ҡарағайлыҡты янғын солғаны. “Өҫкө янғынға әүерелмәһә генә ярар ине!” –ти Учалы урман хужалығы директоры Айбулат Байғарин. Был осраҡта Өргөн ауылына ла, В.Терешкова лагерына ла етди ҡурҡыныс барлыҡҡа киләсәк. Иҫкәртеү өсөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ҡеүәтле бульдозерҙары менән урманда һыҙаттар гөрөр кәрәк ине!
Янғындар күп булғас, техника ла, кеше лә етмәй. Һүрәттә – ярҙамға килгән Дыуан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: