Учалы районында урмандар яна. Уҙған ике тәүлек эсендә генә районда дүрт урман янғыны теркәлгән. 13 июль Учалы ауыл биләмәһенең Өргөн участка лесничествоһында янғын сыға. Ялҡын 0,15 гектарҙа урман массивын ялмап ала. Кисә 5,2 гектар майҙандағы янғын һүндерелә.
14 июль бер түгел өс янғын теркәлә. Тәүгеһе Илсе ауыл биләмәһендә урынлашҡан шул уҡ Өргөн участка лесничествоһында. Бында 0,5 гектар майҙанда урман янып китә. Эргәлә генә урынлашҡан Өргөн ауылына хәүеф янамай, тип хәбәр итәләр. Урман менән ауыл араһында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек тулыһынса үтәләгән, ут һикереп сыға алмаһын өсөн бураҙна итеп һөрөп үткәндәр. 24,8 гектарҙағы янғынды ошо уҡ көндө һүндергәндәр.
Икенсеһе Ураҙ ауыл биләмәһендә Илтабан участка лесничествоһында теркәлә. Ике гектар майҙанда урман яна. Ете километр алыҫлыҡта ятҡан Ураҙ ауылына хәүеф янамай, йылға һәм юл кәртә булып тора.
Ошо уҡ көндө Поляковка ауыл Советында Төньяҡ-Урал участка лесничествоһында урман яна. Эргәләге Вознесенка ауылына хәүеф янамай, тип хәбәр итәләр.
Көн ҡыҙҙыра, республикала янғынға ҡаршы ғәҙәттән тыш режим индерелгән. Мәғлүм булыуынса янғын сығыуға күпселек өлөштә кеше факторы сәбәпсе. Шуға ла иғтибарлы булығыҙ, урманда усаҡ яҡмағыҙ, быяла шешәләр ҡалдырмағыҙ. Янғын сыға ҡалғанын күрһәгеҙ 112, 101 телефондарына шылтыратып хәбәр итегеҙ!