Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 17:10

"Һөйләнеп йөрөһәң, үлтерәм!"

Мәләүез районында биш йыл элек юғалған 27 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһенең кәүҙәһен тапҡандар.

Мәләүез районында биш йыл элек юғалған 27 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһенең кәүҙәһен тапҡандар. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, уны ыҙалатып - быуып үлтергәндәр.
Ведомство тикшереүселәре был енәйәткә мәрхүмдең ике туған ағаһының һәм уның танышының ҡатнашы барлығын асыҡлаған.
Салауат ҡалаһына аҡса эшләргә килгән егет үлемен ошо яҡтарҙа табырмын тип уйламағандыр ҙа... Яҡындары ла ошо көнгә тиклем ҡайтып инер тип уны көткәндер.
Ике туған ағаһы уны урлашыуҙа шик аҫтына ала һәм, ҡурҡытып алыу ниәтендә, ҡустыһы менән һөйләшеүҙе 32 йәшлек автомеханикка тапшыра. Тик бындай әңгәмәләшеү 27 йәшлек егеттең ғүмеренә торошло була. Автомеханик, егетте быуып үлтереп, Мәләүез ауылдарының береһе янында күмеп ҡуйған. Ҡот осҡос енәйәт ҡылған үлтереүсе мәрхүмдең булған аҡсаһын, әйберҙәрен дә алған. Ике туған ағаһын, һөйләнеп йөрөһәң, үлтерәм, тип ҡурҡытҡан.
Әлеге көндә ирҙе ҡулға алғандар, ул "Үлтереү" статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: