Кисәнге бер ыңғайы 3-4 урман янғыны йәйелгән - Өргән, Илтабан, Төньяҡ-Урал, Уральск лесничестволары биләмәләрендә, тип яҙғайныҡ. Учалы урман хужалығынан алған мәғлүмәттәр буйынса, әле хәл саҡ ҡына арыуланған, сығанаҡтар локализацияланған -көслө ел сыҡмаһа, бәлки шул көйөнсә бөтөп тә ҡуйырҙар. Әммә йәнә ике яңы урында урманға ут тоҡана - Ҡунаҡбай янында һәм республика кимәлендә тәбиғәт ҡомартҡыһы – Уйташ тауында. Бик тә үкенес!
Сүптекүл янындағы ҙур янғын йәшендән сыҡты тип фараз ителә. Әммә һораша торғас, ҡолаҡҡа салынды – Сүптекүл буйында бер кемдән бер ниндәй рөхсәт юлламай Силәбе өлкәһенән ниндәйҙер әллә сектанттар, әллә мәжүсиләр төркөмө ятҡан, ти. Йәшен тап Хоҙайҙың ҡәһәре, тип тә ҡабул итерлек улайһа.