Кисәнге район хакимиәтендә COVID-19 инфекцияһын иҫкәртеү буйынса штаб ултырышы үтте.
Һуңғы арала пневмония менән ауырыусылар арта барыуы билдәләнә. Ғәжәп, әлегесә селлә торғанда улай булмаҫҡа тейеш! Шуға ла ҡурсаланыу талаптарын элеккенән дә нығыраҡ үтәү зарур.
Хәл ысынында ла ҡырҡыуҙыр инде – әлегә тиклем кәрәге булмайынса ябылған ковид-госпиталь 14 июлдән яңынан асылды.