Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 12:10

Башҡортостанда катер бәләгә тарыған

Павловка һыу һаҡлағысында катер бәләгә тарыған.

Павловка һыу һаҡлағысында катер бәләгә тарыған. Ҡотҡарыусыларға төнгө сәғәт өс тирәһендә ошо хаҡта хәбәр килгән.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында һөйләүҙәренсә, төндә һыу уртаһында катерҙың моторы һүнгән. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, судно киске сәғәт 10-да эштән сыҡҡан. Кешеләр бер нисә сәғәт буйына үҙ аллы моторҙы йүнәтергә тырышҡан.
Ҡотҡарыусылар катерҙы «Павловка паркы» ял базаһынан дүрт саҡрым өҫтәрәк тапҡан. Бортта алты кеше булған, Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре дүрт пассажирҙы ярға сығарған. Һуңынан улар катер янына барып, моторҙы йүнәткән.
https://www.bashinform.ru/news/1473531-v-bashkirii-poterpel-bedstvie-kater/
Читайте нас: