Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 11:55

Хеҙмәт етештереүсәнлеге арттырыла

Башҡортостандың ике предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостанда тағы ике предприятие – “Проектсервис” һәм “Башвтормет” йәмғиәттәре – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ.
“Проектсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәй һәм яҡын сит илдәр баҙарында һыу таҙартыу кеүек хеҙмәттәр тәҡдим иткән инжиниринг компанияһы. “Башвтормет” акционерҙар йәмғиәте – республикалағы ҡара һәм төҫлө металл ҡалдыҡтарын ҡабул итеү, эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур етештереү предприятиеһы.
Шулай итеп, Башҡортостан предприятиелары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, иҡтисадтың сеймал тармағына ҡарамаған, 400 миллиондан 30 миллиард һумға тиклем табыш алған, устав капиталында 25 проценттан ашмаған сит ил ҡатнашҡан өлөшлө предприятиелар ҡатнаша ала.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото: “Проектсервис” йәмғиәте.
Читайте нас: