Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 16:00

Күнекмәләр үтте

Биологик һөжүмшарттарында һымаҡ

«Транспорт сараларын тапшырыу-ҡабул итеү ҡушма пунктын ойоштороу һәм унда эш тәртибе” тип әйткәнсе телеңде һындырырлыҡ атамалы хәрби күнекмә үтте Учалы автотранспорт предприятиеһы базаһында.
Сәнәғәт предприятиелары автотранспорттарының бер өлөшө оборона маҡсатында мобилизацияға һәр саҡ әҙер булырға тейеш. Был тапҡырҙа Учалы хәрби комиссариатының нарядтары буйынса Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, юл төҙөү-ремонт идаралығы, “Учалы электр селтәрҙәре” йәмғиәте техникаһы һәм водителдәре билдәләнгән ваҡытҡа АТП-ға тупланды. Тиҫтәләп төрлө тәғәйенләнештәге, шул иҫәптән тағылмалы йөк автомобилдәренең әҙерлеге тикшерелде, водителдәрҙең сәләмәтлеге ҡаралды, документаль тәьминәт тәртибе аныҡланды. Машиналар ике колоннаға тупланып алыҫ юлға сығыу алымы координацияланды.
Фәнүз Шаймарҙанов был көн АТП директорынан ҡушма пункт начальнигына әүерелде. “Техниканы тикшереү өсөн дә, кәрәк икән – ремонт башҡарыу өсөн дә беҙҙә тейешле шарттар бар”, - тип билдәләне ул.
-Күнекмәлә ҡатнашыусылар бурыстарын тейешенсә башҡарҙы, эште тағын да яҡшыраҡ ойоштороу өсөн күрһәтмәләр бирелде, - тип йомғаҡ яһаны Учалы комиссары Вадим Виноградов.
Тышта түҙеп торғоһоҙ эҫе, коронавирустан ҡурсаланыу талаптарын да күҙәтер кәрәк, шуға ла был күнекмәне хәрби шарттарға яҡынлаштырылған, биологик һөжүм ҡурҡынысы аҫтындағы мөхиттә үтте, тип тә ауыҙ тултырып әйтерлек.
Читайте нас: