Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 13:25

"Ремонтларға кәрәк"

Бер мут әҙәм: “Ремонтларға кәрәк”, – тип, магазиндан банкоматты күтәреп алған да сыҡҡан.

Бер мут әҙәм: “Ремонтларға кәрәк”, – тип, магазиндан банкоматты күтәреп алған да сыҡҡан.
Енәйәт Өфөләге супермаркеттарҙың береһендә 13 июлдә ҡылынһа ла, сауҙа урынында алданғандарын икенсе көндә генә аңлағандар һәм полицияға хәбәр иткәндәр. Асыҡланыуынса, бер ир супермаркетҡа ингән дә үҙенең банкоматты тикшереү өсөн килгәне хаҡында әйткән. Ул әҙерәк ҡоролмала соҡсонған да уның “төҙөк түгел” икәнлеге, алып китеп йүнәтеү кәрәклеге хаҡында белдереп, күтәреп алып сығып та киткән. Икесе сығанаҡтарҙа яҙыуҙарынса, банкоматта 2,6 миллион һум аҡса булған.
Әле енәйәтсенең шәхесе асыҡлана, тип белдергән республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: plusworld.ru.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Remontlar-a-k-r-k-366928/
Читайте нас: