Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 11:50

Әшнәһенә бысаҡ менән сәскән

Учалы ҡалаһында 63 йәшлек ир дуҫына килгән. Осрашыуҙы иҫерткес эсемлектәр менән билдәләйҙәр. Мәғлүм булыуынса, һәр ваҡыттағыса эскән ерҙә берә хәл сыға торған

Учалы ҡалаһында 63 йәшлек ир дуҫына килгән. Осрашыуҙы иҫерткес эсемлектәр менән билдәләйҙәр. Мәғлүм булыуынса, һәр ваҡыттағыса эскән ерҙә берә хәл сыға торған. Был юлы ла мәжлес ваҡытында шешәләштәр араһында низағ сыҡҡан. Өй хужаһы күп уйлап тормай ҡулына бысаҡ ала, ҡунағының эсенә 15 тапҡыр сәсә. Хаҡлы ялдағы 63 йәшлек ирҙе “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға килтергәндәр. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы һөҙөмтәһендә ирҙең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.
Был аяныслы хәл буйынса материалдар төбәк Тәфтиш комитетына ебәрелгән. Ә енәйәтте ҡылған ир ҡулға алынған, тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ошо йәшкә етеп, өйөңдә ейән-ейәнсәрҙәреңде ҡарап ултырыу урынына тамағыңа хужа була алмай әшнәләрең менән арҡы эсеп йөрөү оят инде. Ҡартая белмәгән ҡарт ишәктәр!
Фото: severpost.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: