Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 18:15

Тәбиғәт - ул иң яҡшы китап

Иң яҡшы, иң күңелле йәйге ял - ул ауылда. Будильник урынына - әтәс ҡысҡырыуы. Сәй һәм кофе урынына - әле генә һауылған һөт. Ә инде һарыҡ ите менән бәрәңге бөйөрөгө эргәһендә теләһә ниндәй гамбургерҙарың ары торһон! Ишек алдына сыҡһаң, унда хөрриәт - түтәлдәрҙә ҡыҙарып бешкән еләктәр тәгәршә, әҙ генә тейһәң, өҙөлөп төшөргә торған ҡурай еләктәре. Башыңды күтәреп юғары ҡараһаң, әйтерһең дә ожмах - әнә төшәм, бына төшәм тип торған һутлы-һутлы алмалар! Бер яҡ ситтә сейә еҫе башты әйләндерһә, икенсе яҡта ҡарағат еҫе һушты ала. Ошо мәлдә үҙеңде шул тиклем бәхетле итеп тояһың, хатта ваҡыт туҡтағандай тойола - тормош шул тиклем матур, йәшәйһе лә йәшәйһе килә. Тап ошо ваҡытта ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле икәнлеге тойола.

Иң яҡшы, иң күңелле йәйге ял - ул ауылда. Будильник урынына - әтәс ҡысҡырыуы. Сәй һәм кофе урынына - әле генә һауылған һөт. Ә инде һарыҡ ите менән бәрәңге бөйөрөгө эргәһендә теләһә ниндәй гамбургерҙарың ары торһон! Ишек алдына сыҡһаң, унда хөрриәт - түтәлдәрҙә ҡыҙарып бешкән еләктәр тәгәршә, әҙ генә тейһәң, өҙөлөп төшөргә торған ҡурай еләктәре. Башыңды күтәреп юғары ҡараһаң, әйтерһең дә ожмах - әнә төшәм, бына төшәм тип торған һутлы-һутлы алмалар! Бер яҡ ситтә сейә еҫе башты әйләндерһә, икенсе яҡта ҡарағат еҫе һушты ала. Ошо мәлдә үҙеңде шул тиклем бәхетле итеп тояһың, хатта ваҡыт туҡтағандай тойола - тормош шул тиклем матур, йәшәйһе лә йәшәйһе килә. Тап ошо ваҡытта ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле икәнлеге тойола. Баҡсалағы экскурсиянан һуң, ошо хозурлыҡтан илһамланып, Ҡунаҡбай буйлап иртәнге йүгереүемде башлайым. Аралыҡта мине күршенең эте Бобик сәләмләй. Ул мине бар көсөмә артабан йүгерергә мәжбүр итә, сөнки мин унан әҙерәк шөрләйем. Үҙе былай яман түгел ул, шулай ҙа мине күрһә, лауылдап өрөп, артымдан саба башлай. Башта ҡурҡыныс ине, хәҙер бер беребеҙгә өйрәнеп бөттөк инде, әҙерәк баҫтырышып алабыҙ ҙа, шуның менән эше бөтә уның.Артабан мине ап-аҡ ҡына Лора исемле инә ҡаҙ баҫтыра. Бәләкәс кенә бәпкәләре бар - шуларҙы ҡыҙғана, күрәһең. Шулай итеп, бөтә ауыл ҡаршылыҡтарын үтеп, йүгереүемде дауам итәм. Ҡаршылыҡ тип, ҡаршылыҡ та түгел инде улар, улар, киреһенсә, күңелгә дәрт һәм сәм өҫтәй.Ялан буйлап йүгерәм. Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән. Бер ниндәй ҙә мр3 музыка ла кәрәкмәй, ҡоштар һайрауына йүгереү - үҙе бер кәйеф. Ә инде кәкүк ҡысҡыра ебәрһә, минең өсөн генә рок-концерт ҡуялармы ни! Илаһи мәл! Урманға йүгереп керәм. Ҡоштар һайрауы талғын ел менән бергә ҡушылып, бер илаһи моң барлыҡҡа килтерә. Әйтерһең дә, ҡурай моңо. Бөтә урманды, ошо матурлыҡты ҡыҫып ҡосаҡлайһы килә. Тап ошо мәл үҙеңде тормоштоң үҙәгендә икәнлеген тояһың һәм был уйҙан үҙеңде тағы ла бәхетлерәк итеп тояһың.Йүгереүемде туҡтатҡас, ялан аяҡ атлайым. Аяҡты үлән ҡытыҡлай, әйтерһең дә, әсәйем бала саҡта йөн ойоҡ кейҙергән кеүек. Ер-Әсә шулай итеп кешенең уға ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген күрһәтә, буғай. Ҡорой башлаған йылға янына яҡынлашам. Уның өсөн көн һайын күңелем әрней. Йылға төбөндә йәшәргә тырышып-тырмашып ятҡан ҡорттарҙы, бөжәктәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы күреп, өйҙәге ҡойоҡтан һыу килтереп тултыраһы килә хатта. Йылға буйын бәләкәс кенә күкһел күбәләктәр уратып алған. Ҡанаттарын шул тиклем тиҙ елпейҙәр, әйтерһең дә, йылғаны был эҫенән һаҡлап алып ҡалырға тырышалар. Көн һайын ошо йылға буйына ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөп өмөтләнеп киләм - бәлки әҙ генә булһа ла һыуы күтәрелгәндер тип. Тик көндән-көн кибә барғанын күреп, күңел тағы нығыраҡ әрней. Ҡайтыу яҡҡа боролам. Бала-сағаның ҡайһыһы Бобик менән уйнай, ҡайһыһы атылмаҡта атыла. Бер төркөм балалар ҡырмыҫҡа иләүе янына йыйылғандар. 5-6 йәшлек малайҙар. Улар ҡырмыҫҡаларға "йөк"тәрен ташырға ярҙамлашалар, нимәлер ашаталар, сүп-сарҙан таҙарталар. Ауыл балаларына ҡарап, ышанысым арта ғына - уларҙан тырыш, намыҫлы, изге, тормошто яратыусан ысын кешеләр үҫеп етер, улар бит тормошто - ауыл тормошон күреп үҫәләр. Тап ошо йәй ауыл тормошо менән йәшәп ҡарағанда шуны аңланым: тәбиғәт - ул иң яҡшы китап. Үҙ-үҙең менән, кешеләр менән гармонияла йәшәү, намыҫлы балалар тәрбиәләү өсөн уны һәр бер кеше уҡырға һәм белергә тейеш. Алина ӘХМӘТЙӘНОВА, философия фәндәре кандидаты.
Читайте нас: