Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 18:20

Тигеҙ ғүмер – оло бәхет!

60 йыл бергә ғүмер кисереүсе ғаилә тураһында ишеткәс, улар хаҡында гәзит биттәрендә яҙмайынса булдыра алманыҡ. Ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш осраһа ла, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр бик һирәк. Оҙон-оҙаҡ тигеҙ ғүмер – үҙе оло бәхет!

60 йыл бергә ғүмер кисереүсе ғаилә тураһында ишеткәс, улар хаҡында гәзит биттәрендә яҙмайынса булдыра алманыҡ. Ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш осраһа ла, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр бик һирәк. Оҙон-оҙаҡ тигеҙ ғүмер – үҙе оло бәхет!
60 йыл... Әйтеүе генә анһат, ә ошо йылдар эсендә күпме ҡаршылыҡтар, һынауҙар, һикәлтәле юлдар осрамағандыр уларға. Тик улар ғүмер буйы мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, бер-береһенә кәрәк булып, ихтирам итеп, ғаилә усағын һүндермәйсә матур ғүмер итәләр. Һүҙебеҙ Рафиҡ ауылында йәшәүсе Вәсилә һәм Әхәт Мөхәмәтовтар хаҡында.
Әхәт Ильяс улы 1935 йылда Рафиҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Бала сағы бик ауыр ваҡыттарға тура килә уның. 13 йәшендә генә Миндәк шахтаһында эшләй башлай. Аттарҙы фронтҡа алып китеп бөткәнлектән, үгеҙҙәрҙе егергә тура килә - торф ташыйҙар. Ошо мәлдән башланып китә лә инде мәҡәлә геройыбыҙҙың оҙайлы хеҙмәт юлы. Әрме хеҙмәтенә алынғансы Әхәт Мөхәмәтов шахтала эшләй. Ватан алдындағы бурысын ул өс йыл дауамында үтәй. Ҡайтҡас та өйрәнгән эшенә кире ҡайта – шахтер һөнәренә тоғро ҡала.
Буласаҡ йәрен Әхәт Ильяс улы осраҡлы рәүештә генә тап итә. Иптәше менән ниндәйҙер йомош буйынса Ҡолош ауылына барған булалар. Шунда осрата ла инде ул ғүмерлек һөйөүен – Вәсиләһен. Үҙе һуңынан һөйләүенсә, беренсе күреүҙән үк ғашиҡ була сибәркәйгә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар, тигәндәй, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына йәштәр өйләнешеп тә ҡуя. Һөйөү емештәре булып бер-бер артлы дүрт балалары – Әлфиә, Нурылғаян, Азат һәм Әхмәт - донъяға килә.
Миндәк шахтаһы ябылғас, Мөхәмәтовтар Межозерный ҡасабаһына күсеп китәләр. Унда ла Әхәт Ильяс улы шахтала эшләүен дауам итә, быраулаусы була. Вәсилә Абдрахман ҡыҙы төрлө эштәрҙә эшләй, ғаилә усағын һүрелтмәй.
Ваҡыт үтә тора, балалар үҫә. Ғаилә Үрге Урал районының Нововоронинский ауылына күсеп килә. Ғаилә башлығы – малсы, ә Вәсилә ханым һауынсы булып хеҙмәт юлдарын дауам итәләр. Был ауылда Мөхәмәтовтар 30 йылдан ашыу йәшәй. Үҙ кешегә әйләнеп бөтәләр. Яҡын дуҫтар, фекерҙәштәр табалар. Тик ни тиклем генә ситтә яҡшы булмаһын, алыҫ Рафиҡ ауылында ҡалған йорттары, тыуған нигеҙҙәре күңелде әрнетеп, үҙенә тартып торор була. Һөйләшеп кәңәшләшкәндән һуң, улар кире үҙ нигеҙҙәренә ҡайтып төпләнәләр.
Быйыл Вәсилә һәм Әхәт Мөхәмәтовтар гәүһәр туйҙарын билдәләнеләр. Бөгөнгө көндә улар иң бай кешеләрҙән һанала - уларҙың һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәре, алты бүлә-бүләсәрҙәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һынауҙарһыҙ булмай шул. Байтаҡ йылдар инде Әхәт Ильяс улы йығылып янбашын һындырғандан һуң, ҡабаттан аяғына баҫа алмай. Вәсилә Абдрахман ҡыҙының да күҙҙәре күрмәй. Иң ауыр мәлдәрендә балалары эргәләрендә уларҙың. Оло ҡыҙҙары Әлфиә бынан бер нисә йыл элек күсеп килеп ата-әсәһен үҙ тәрбиәһенә алған.
- Беҙ атайымдың бер ваҡытта ла тауышланып, әрләшеп йөрөгәнен ишетмәнек. Ниндәй генә ауыр мәлдәрҙә лә ул ауыр аҡыл менән эш итте, сабыр була белде. Әсәйебеҙ иһә ғүмер буйы ғаилә усағын һаҡлап йәшәй, бер-берегеҙгә терәк булығыҙ, тип үҫтерҙе улар беҙҙе, - тип бәйән итә Әлфиә ҡыҙҙары оло хөрмәт менән ата-әсәһе хаҡында.
Ошондай ғаиләләр менән осрашҡандан һуң эргәбеҙҙә ниндәй лайыҡлы, матур парҙар йәшәүенә, тормошта ғаиләнән дә мөһимерәк һәм ҡәҙерлерәк бер нәмә лә булмауына тағы бер тапҡыр инанһың. Оҙон ғүмерле булығыҙ, хөрмәтле юбилярҙар!
Читайте нас: