Быйыл, кемдән һорашһаң да, бесән насар, үлән шыйыҡ, тигән зарҙы ишетәһең. Һуңғы йылдарҙа ауыл эшсәндәрен һауа торошо бер ҙә иркәләмәй шул. Ҡоролоҡтан халыҡ тамам йонсоны. Быйыл ҡышын ҡарҙың күпләп яуыуы, яҙҙың дымлы булыуы бер аҙ өмөт уятып ҡуйғандай булғайны ла ул... Әммә ышаныс йәнә аҡланманы: ергә бер тамсы ямғыр яуманы, ҡайнар ҡояш бер нимәгә лә үҫергә ирек бирмәй, болонлоҡтағы бесәнде лә көйҙөрөп бөтөп бара. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы белгестәре билдәләүенсә, әлеге һауа шарттары иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренә, бесәнлектәренә ҙур хәүеф менән янай.Был ҡыҙыу мәлдә ауыл халҡы бесәнлектәрендә мәж килә. -Әле бесәндең һутлы сағы, тап ошо мәлдә уны әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Ваҡытында ямғыр яумағанлыҡтан былай ҙа шыйыҡ булған үләндең күтәрелеүенә өмөт юҡ. Өҫтәүенә үлән бешкән, шуға уны тиҙерәк сабып, ваҡытында йыйып алыу зарур, - ти Ишмәкәй ауылында йәшәүсе Тимур Һаҙыев. - Һыйырҙың һөтө - телендә, тигәндәй уның нисек ҡыш сығыуы бөгөн хәл ителә. Шуға күрә ауыл халҡына ла, фермерҙарға ла бар көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтеү мотлаҡ. Иртәгә һуң булыуы ихтимал. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, үләндәр һарғайып, тамырынан ҡороп бара, дым етмәгәнлектән баҫыуҙарҙа хатта ер ярылған. Ошо көндәрҙә ямғырҙар булмаһа, уңыштың нисек булыуын күҙаллауы ла ҡыйын. Көндәрҙең нисек килерен әйтеп булмай: әле яумаһа ла, бесән өҫтө етһә, көндәр ямғырға әйләнеүсән бит. Быйылғы былай ҙа наҡыҫ уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн техниканың төҙөк булыуы мөһим. Беҙҙең үҙебеҙҙең тракторыбыҙ, сапҡысыбыҙ, тырмабыҙ, бесән өйгөсөбөҙ бар - тиҙ генә сабып, өйөп ҡуйырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ, - ти ул.Эйе, хәҙер элекке һымаҡ салғы, тырма, һәнәк тотоп йөрөгән кешеләрҙе күреүе ҡыйын. Күбеһен техника башҡара, сабалар, киптерәләр, күбәләргә әллә өйәләр, әллә юҡ, картуф баҡсаһына ташый ҙа башлайҙар. Ҡыҙғаныс, хәҙер бесән мәле, өмәләр хаҡында һүҙ барыуы ла мөмкин түгел, шәхси хужалыҡтарҙа хатта салғылар ҙа ҡалмаған. Хәҙер ауылда салғы сүкерлек кеше бармы икән? Ауылдар ҙа элекке кеүек гөрләп тормай шул. Халыҡ ат егеп, арбаға тейәлеп бесәнгә китер ине. Хәҙер тып-тын. Элек мал тотҡан быуын ҡартайып, күбеһе теге донъяға китеп бөттө, ә йәштәр эш яратып бармай. Ауылда йәшәһәләр ҙә мал аҫрамай, картуф сәсмәй генә донъя көтәләр, сөнки магазинда бөтә бар - баралар ҙа һатып алалар: икмәген дә, һөтөн дә, майын да. Өргөн ауылында йәшәүсе Сергей Горанин да йәйҙең аяҙ көнөн әрәм итмәй, мал аҙығы әҙерләүгә төшкән. Бесәнде салғы менән дә, трактор менән дә түгел, ә һуңғы ваҡытта "мода"ға инеп киткән газон сапҡыс менән саба. Мал ла күп булмағас, шул да етә, ти ул. -Иртәнге сәғәт биштән тороп йөрөйбөҙ бесәнгә, эҫе төшмәҫ элек сабып, шунда уҡ тырматып, өйөп өлгөрөргә тырышабыҙ. Быйылғы һауа шарттары ауыл хеҙмәтсәнен ауыр хәлгә ҡуя, - ти Сергей Михайлович. - Ямғыр булмауы арҡаһында, күреүегеҙсә, үлән дә күтәрелә алмай. Беҙ бесәнде дымлыраҡ урында эҙләп эшләйбеҙ быйыл. -Бесән наҡыҫ быйыл. Ярар әле былтырғы запас бар аҙыраҡ. Малы булмаған кешегә генә хөрриәт - һыйыр юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда. Шулай ҙа булғанын йыйып өлгөрөп ҡалайыҡ тип бесәнгә төштөк әле. Бесәнде ҡул менән эшләйбеҙ, мал-тыуар ул тиклем күп түгел, шуға күрә трактор алыуҙы кәрәк тип тапмайым, - ти Уральск ҡасабаһында йәшәүсе уҙаман. Әлеге ваҡытта ауыл хеҙмәтсәндәренең теләге бер: ямғыр яуһын, бесән тағы ла нығынып, күтәрелһен ине. Әле шыйығыраҡ шул, тип уфтаналар улар. Нисек кенә булмаһын, халыҡ һауа шарттарының яҡшырыуына, ямғырҙар яуыуына өмөт итә. Беҙ ҙә шуға өмөтләнәбеҙ. Яуым-төшөм булһа, игене лә, бесәне лә булыр, Аллаһ бойорһа.