Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 13:50

Йылан ҡоһоро

КЕШЕ ТӘБИҒӘТ ДОНЪЯҺЫ МЕНӘН АҺӘҢДӘШ ЙӘШӘРГӘ ЯРАТЫЛҒАН. ОШО ТӘҢРЕ ҠАНУНЫН БОҘОУ — БӘЛӘ-ҠАЗА ТЫУҘЫРҒАН ГӨНАҺ ШОМЛОҒО... УҠЫ, ҠӘРҘӘШ! ҒӘМӘЛДӘ ТОРМОШТА БУЛҒАН ХӘЛ. Наҙгөл йәйге сәхрәне тәү күргәндәй ғәжәп ҡылды: Урал тауҙары ҡуйыны шундай хозур. Талғын ғына елдә хуш еҫле үлән, сәскәләр тибрәлә. Араһында ҡыҙарып бешкән ер еләктәре күренә. Күбәләктәр, бал ҡорттары сәскәләргә ҡуна, иңкештәр геүләй, һабаҡтарға, ботаҡтарға бөжәктәр, ҡарышлауыҡтар үрмәләй, ҡырмыҫҡалар үҙ юлынан ҡайҙалыр ашыға, ергә ҡорған ояларынан ҡошсоҡтар фырылдап осоп сыға...

Наҙгөл йәйге сәхрәне тәү күргәндәй ғәжәп ҡылды: Урал тауҙары ҡуйыны шундай хозур. Талғын ғына елдә хуш еҫле үлән, сәскәләр тибрәлә. Араһында ҡыҙарып бешкән ер еләктәре күренә. Күбәләктәр, бал ҡорттары сәскәләргә ҡуна, иңкештәр геүләй, һабаҡтарға, ботаҡтарға бөжәктәр, ҡарышлауыҡтар үрмәләй, ҡырмыҫҡалар үҙ юлынан ҡайҙалыр ашыға, ергә ҡорған ояларынан ҡошсоҡтар фырылдап осоп сыға... Үҙенә бер асыш яһағандай, Наҙгөл уйланды: ”Был фани донъяла көндәлек ығы-зығынан, мәшәҡәттәрҙән бушамаған әҙәми заттар йортонан башҡа тәбиғәт, тереклек йорт-иле лә бар. Был ил үҙ хәстәрлектәре менән мәшғүл. Беҙ уны яҡшылап күреп, белеп, нығыраҡ төшөнөп кенә етмәйбеҙ икән. Улай ғына түгел, был мөғжизәле, тылсымлы, нәзәкәтле донъяға, исмаһам, изгелек кенә лә итмәйбеҙ. Күпме сер һаҡлай ул, күпме сер...” Үҙәктән, сылтырап ағып ятҡан көмөш шишмәнән һыу алып килә ятҡан ире Ҡабил Наҙгөлдө хис-кисерештәренән бүлде: — Нимәгә шул тиклем хайран ҡалдың? — Күрәһеңме, ниндәй йәмле беҙ йәшәгән ер! Ана, Өскүл, Оҙонкүл, ауылыбыҙ, сейә, еләк йыйған ҡыҙырымдарыбыҙ, уралып-уралып ятҡан Уралыбыҙ. Күккә ашҡым, осҡом килә! — Һин күккә ашһаң, мин нишләрмен? Ергә төш, ергә. Һин барыһынан да йәмлерәкһең, сейәләрҙән, хөрмәләрҙән тәмлерәкһең. Яҙын ғына йәрәшкән кәләшен ҡосаҡлап алды Ҡабил, сәстәренән, биттәренән үбеп, яғымлы итеп әйтте: — Әле тәбиғәткә һоҡланып торор мәл түгел. Ҡаҙан аҫып, аш һалайыҡ та, төшкә хәтлем бер тына сабайыҡ. Йәме! — Хәҙер, Ҡабил, хәҙер... *** Наҙгөл оләсәһе тәрбиәһендә үҫте. Яратҡан ейәнсәрен гел үҙе менән бергә ҡырға, урманға алып йөрөнө ул. Бәғзе ауылдаштары атағанса, әллә ысынлап та хыялый инде оләсәһе — бал ҡорттары, бөжәктәр, ҡоштар, үләндәр, гөлдәр, ағастар менән һөйләшә, аңлаша: — Иҫән генәме әле, сәхрә йортом! Әүәлгесә йәмлеһең, йәнлеһең. Беҙ генә ҡартайҙыҡ. Хоҙай насип иткәс, бына тағы һиңә килдек. Ейәнсәрем менән еләгеңде йыйырға рөхсәт ит инде... Берәр туйыс бармаҡ башындай еләк йыйып, һыуһап, шишмә янына төштөләр. Оләсәһе сөңкәһен тотоп, шишмәгә өндәште: — Һалҡын шишмәкәй, көн эҫеһендә тамаҡтарыбыҙ кипте, зинһар өсөн, һыуһыныбыҙҙы ҡандыр инде... Их, ҡайһылай саф, тәмле һинең һыуың, тәнгә — шифа, йәнгә — ләззәт... Ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Хискә иҫереүме, ихласлыҡмы, теләкме, әллә башҡалар белмәгән, төшөнмәгән серме был? Наҙгөл ғәжәп ҡалып һораны: — Ниңә ҡош-ҡорт, болон-туғай, йылға-шишмә менән һөйләшәһең, уларҙан рөхсәт һорайһың ул, оләсәй? — Ерҙәге һәр нәмәгә шәфҡәтле булыу фарыз, ҡыҙым. Хатта анау таш өҫтөндә йылынып ятҡан йыланға ла. — Шул имәнес, шөкәтһеҙ нәмәгәме? Ҡайҙа, таш тәмейем шуға. — Сеү, балам! Именлегеңде боҙма! — тип һағайҙы оләсәһе һәм доға уҡырға кереште: ”Эй, Раббым! Ниғмәтеңдең ҡапыл бөтөүенән, һин биргән именлектең, һаулыҡтың, ҡоттоң китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы-хәсрәт килеүҙән һәм башҡа ҡазаларҙан, ғазаптарҙан һаҡла!” Шунан тынысланып, әйтте: — Яманмы, яҡшымы, һәр йән эйәһенең йәшәү рәүеше бар. Үҙең теймәһәң, йылан саҡмай ул. Беҙҙең кеүек үҙ-үҙен яҡлай алмай бит. Зыяны теймәгән йыланды үлтерергә ярамай, бигерәк тә аҡ йыланды. — Үлтерһәң, нимә була? — Ҡарғышы төшә, йәшәүҙең, ғүмерҙең ҡото китә. — Нисек китә? — Хәҙер мин һиңә бер хикәйәт һөйләйем, шунан аңларһың, ҡыҙым. ”Борон ауылыбыҙҙың осонда, башҡаларҙан ситтәрәк урында, бер ырыуҙашыбыҙ ғүмер иткән. Кәртә-ҡураһы тулы мал, көнитмеше ғәйәт етеш булған. Донъяһының ҡото — йорт нигеҙендә мыжғып торған йыландар икән. Яҡындағы һарыҡташлы сауыллыҡта төләгәндә һыҙырып һалған ҡауҙары ла ятҡан. Кешегә бик һирәк осраған йылан батшаһы ошо урында аҡ киндергә мөгөҙөн ҡалдырған, ә ҡәрҙәшебеҙҙең бабаһы уны муйынына тағып йөрөгән, шуға ла ҡот, бәрәкәт килгән, был йылы ергә йыландар эйәләшкән, имеш. Улар ҙа, йорт эйәләре лә бер ниндәй яуыз, мәкерле эш ҡылмаған, бер-береһенә ныҡ күнеккән. Һыйыр малы, йылҡы ныҡ үрсегән. Йыландар һыйырҙарҙың арҡаларында ятҡан, мөгөҙҙәренә, ҡойроҡтарына уралып торған. Һауын һыйырҙарҙың, бейәләрҙең имсәктәренән шишмә кеүек һөт урғылған. Ҡатын-ҡыҙҙар батман-батман май яҙған, күнәк-күнәк ҡымыҙ бешкән. Аҡ май, һары май, баллы май, сейәле май, тоҙло май менән ҡарбаҙҙар тулған. Йылан мөгөҙөнөң ырыҫы бөтмәҫ-төкәнмәҫ кеүек тойолған. Шулай ғүмер аҡҡан, хужалар олоғайған, бер көн хужабикә донъялыҡтан киткән. Ире икенсе ҡатынға өйләнгән. Ул иһә аяҡ аҫтында һөйрәлеп йөрөгән йыландарҙан ендән ҡурҡҡандай ҡурҡҡан, көн оҙоно сар-сор килгән. Абайламай ситеген кейһә, эсендә ятҡан йыланға баҫҡан һәм йөрәге ярылып үлгән. Был хәбәр тирә-яҡҡа таралған. Ир-уҙаман ҡайтанан ҡатын әйттергән, димләтеп тә ҡараған. Мәгәр йыландарынан шөрләп, бер кем дә ризалыҡ бирмәгән. Тамам йәне көйгән ир, зиһене томаланып, күңеле ағыуланып, утынлыҡта түмәргә уралып йоҡлап ятҡан йыланды туҡмап үлтергән. Бының менән генә асыуы ҡанмай, тағы ла нығыраҡ ярһып, зәһәрләнеп, йылан арбаусылар саҡырған һәм нигеҙ йыландарын ҡыуҙырған. Йыландар иҫ китмәле күп сыҡҡан, баштарын сәкәйтеп, ыҫылдашып, асыу сәсеп, күсеп киткән. Юлдарына дүрт йыл үлән үҫмәгән. Йыландар менән бергә йорттан ҡот та киткән. Был урынға уларҙың ҡәһәре төшкән. Ир уҙаманы ҡарғышлы ҡолға әйләнеп, донъяһы гел кирегә тәгәрәгән, малы ҡырылған, көнө бер ҡорсаңғы бейәгә тороп ҡалған. Шул бейәһен менеп, йортон ташлап, ул йыландар кеүек ситкә сығып киткән. Ҡырҙа ҡаңғырып йөрөп, толҡа таба алмай, кире әйләнеп ҡайтҡан, бер рәхәтлек күрмәгән. Йоҡлап ятҡан йыланды үлтергән сағында йылан һары аяғын сығарып күрһәткән булған. Был — һары һағышҡа, ҡайғыға икән. Ул балаларын да эҙәрләгән. Оло улының башына ағас ҡолап, ауырыуға тарыған. Икенсеһен аяҙ көндө йәшен атҡан. Өсөнсөһө Себер китеп олаҡҡан. Ейән-ейәнсәрҙәре лә бер-бер артлы үлеп, зат-нәҫеле ҡороған”. — Оләсәй, йыландың аяғы буламы ни? — Ырым буйынса, йыландың аяғы бар имеш тә, тик иң бәхетле кешегә генә күренә һәм ул ныҡ байып китә, имеш. Мәгәр йылан аяғының алһыу төҫтәгеһе — ауырыуға, ҡыҙылы — үлемгә, һарыһы — һары һағышҡа, ҡайғыға, тиҙәр. Йәшеле, күге лә була, тип һөйләйҙәр. Ишеткәнең барҙыр әле, үткер, уҫал, хәйләгә ныҡ өйрәнгән кешене ”йылан аяғын киҫкән”, тип ебәрәләр. Мин, ҡыҙым, аманат итеп һиңә шуны әйтәм: һәр йән эйәһе — Алла мәхлүге, шуға ла уларға сәбәпһеҙ яманлыҡ ҡылырға ярамай, беҙҙең бит ырыуыбыҙҙың исеме лә — Йылан. Оләсәһенең һүҙҙәрен үтәргә тырышһа ла Наҙгөл йыландарҙы күңелгә шом һалған ытырғаныс нәмә итеп кенә күрҙе. Мәгәр үҫә, буйға етә бара, йыландарҙан бигерәк, шәфҡәтһеҙ, рәхимһеҙ ҡәрҙәштәрҙән нығыраҡ һаҡланыу зарурлығын төшөндө. Улар үҫемлектәр донъяһын да, тереклек донъяһын да йәлләмәй. *** Талғын елдә тулҡынланып ятҡан болонға һоҡланып торҙо ла Наҙгөл наҙлы ғына өндәште: — Эй, ошо хозур ерҙең эйәһе, зинһар өсөн, үләнеңде сабырға рөхсәт ит! Мал-тыуарыбыҙға ҡышҡылыҡҡа бесән кәрәк. Һыйырыбыҙ мул итеп аҡ эйһен, шифалы ризыҡ бирһен! — Оләсәйең һымаҡ әллә һин дә хыялый инде. — Ҡабил мәрәкәләгән кеше булып, яланды яңғыратып көлөп ебәрҙе. Наҙгөл иренең төрттөрөүенә иғтибар итмәй, ҡолас киреп саба башланы. Үткер салғы шый-шый итә, ялмап йота. Дәртле һелтәм менән ҡыйылған үлән, ҡайырым булып буйға һалынып, күпереп ятып ҡала. Ҡабил әллә ни арала ҡайырымдың осона сыға ла кәләшенең артынан төшә. Ире баҫып, тапап килгәс, Наҙгөл ҡаушай. ”Үксәңде, үксәңде”, — тигәс, үткәреп ебәрә. Дарманы ташып торған сағы шул уның. ”Бына мин ниндәй шәп, ғәйрәтле”, — тип, үҙен танытыу сәме лә барҙыр. Ана, нисек киң алдырып, ерҙе ҡырып саба. Алдынан пырлап бер ҡошсоҡ осоп китте. Ҡабил быға иғтибар итмәне, оҫоллоғон күрһәтергә теләгәндәй, оторо ҡыҙып, ярһып, салғыһын һелтәүен белде. Ҡапыл үҙәк өҙөп, нимәләрҙер сип-сип итеп ҡалды. Наҙгөл ”аһ” итте: оялары туҙып, салғыға ҡыйылып, ҡош балалары ята... — Ҡарабыраҡ сапһаң, ни була? — Юҡҡа көйәләнмә, ҡырҙа сәпсек, беснәк бөткәнме. — Бөтөү-бөтмәүҙәме ни ғиллә?.. Бер уратымды сапҡас, бер аҙ ял итергә туҡтанылар. Наҙгөлдөң тәне һаман да эҫеле-һыуыҡлы, күңеле тулы шом. Йән тыныслығы тапмай, аш ҡуйған урынға барҙы, усаҡҡа утын өҫтәне, утҡа бағып торҙо. Бер аҙ борсолоуы, хафаһы баҫылып, салғыһын ҡулына алды. Тәбиғәт һаман әүәлгесә: ҡояш йылмая, күбәләктәр сәскәләргә ҡуна, иләүҙәрендә ҡырмыҫҡалар мәж килә... Тик яңғыҙ беснәк кенә әсенеүле сипылдап, бер тирәлә өйөрөлөп оса. Инә ҡош ояһын, балаларын эҙләй. Уларҙың ниндәй фажиғәгә тарығанын аңламай шул меҫкенкәй. Йәнә бер ҡайырымды сыҡҡас, Ҡабил яңыһына төшөп, Наҙгөлөнә күҙ һалды. Салғы һелтәгән ыңғайға осаһы ымһындырғыс ҡыймылдай. Сәскәле йәйге күлдәген ел уйната. Хур ҡыҙыныҡылай һомғол һыны сағыу ҡояш яҡтыһында үтә күренеп, әллә ниҙәр уйлата. Хистәрен тыйып тота алмай, Ҡабил кәләшенә ынтылды, уның нескә биленән ҡосоп, күңел биләгес муйынын, беләктәрен үбергә кереште. — Ҡабил, ни ҡыланыуың был? Берәйһе күреп ҡалыр, ауыл тултырып һөйләрҙәр. Ояты ни... — Бер кем дә юҡ бында. — Ҡырҙың күҙе, урмандың ҡолағы бар, тиҙәр. — Булһын! Күрһендәр, көнләшһендәр. — Кит, һармаҡ... Көслө тойғонан ашҡынған ир ҡатынын мендәр һымаҡ күпереп торған, хуш еҫ аңҡытҡан үләнгә һалды. Шул саҡ Наҙгөлө тертләп, сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе: ”Йылан! Йылан!” Ҡабил боролоп ҡараһа, ысынлап та, йылан шыуышып китеп бара. Әллә Наҙгөлөн йыҡҡан урында ятҡан инде? Асыуы ҡабарған ир һикереп торҙо ла, йәһәт кенә салғыһын алып, төйҙәһе менән ныҡ итеп йыландың башына төрттө. Йылан әйләнде-тулғанды ла һыртына әйләнеп ятты. Ҡабилдың күҙенә уның сысҡан тәпәйҙәре һымаҡ һары аяҡтары күренеп ҡалғандай булды. Йәнәшәлә генә — ике тишек. Йылан тишеккә инеп өлгөрә алмай ҡалды. Иренең зыян ҡылмаған йыланды үлтереүендә үҙен дә ғәйепле һанап, тамам кәйефе ҡырылып, Наҙгөл ҡайырымының осона ла сыҡмай, усаҡ яғына атланы, күңелен ниндәйҙер билдәһеҙ шом солғап алды. Наҙгөл теләр-теләмәҫ кенә табын әҙерләне: ашъяулыҡҡа икмәк телеп һалды, тоҙ, ҡорот ҡуйҙы, ҡаҙандан ит һоҫоп, биш бармағын бешерә-бешерә уны өлөштәргә бүлде. Туҫтаҡтарға һурпа ҡойоп, ирен саҡырҙы. Ҡабил: ”Ай-һай, көн ҡыҙыу”, — тип, тирен һөрттө лә бер һүмес айран һемерҙе, күлдәген сисеп, һалҡынса һыу менән ҡойондо. Кәләшен ҡайындар араһында сисендерергә теләп: ”Ҡайһылай рәхәт! Ҡайҙа һине лә ғөсөлләндерәйем, сафландырайым”, — тигән булды. Наҙгөл: ”Аш һыуына ла һуң”, — тип, ипле генә баш тартты. Шым ғына туҡландылар. Тамаҡ туйғас, Наҙгөл һауыт-һабаны сайҙы ла, келәм йәйеп, ял итергә ятты. Тәне ауырайып, күҙҙәре йомолоп бара. Бер ҡосаҡ үләнгә башын терәүе булды, ойоп та китте. Сәхрәлә ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡыла алмауына йәне көйөп, Ҡабил күләгәле урынға кейеҙ бырағытты һәм көрһөнә-көрһөнә шунда һуҙылды. *** Ер тишегенән юғары тартылып, ата йылан тирә-йүнгә баҡты, бер аҙ ҡатып торҙо һәм кәксәйеп, уҫал ыҫылданы. Йәнәшәһе башы йәнселеп, иҙелеп ята... Хушлашҡандай, ул бөгәрләнеп-бөгәрләнеп, инә йыланға ураланды-һырғаланды, шунан ҡойроғонан тешләп, уны иләүгә табан һөйрәне. Бер аҙҙан мәхлүкте мәж килеп ҡырмыҫҡалар һырып алды. Ата йылан бер ни белмәй серем иткән салғысылар янына шыуышты. Ана, тәбиғәткә, тереклеккә фәҡәт мин хужа, тип көн иткән, нимә теләгән, шуны эшләгән әҙәм ирәйеп, һуйҙайып ята. Йылан, башын сәкәйтеп, алыҫтан уҡ уға төбәлде: ”Ағыуымды сәсһәм, бер ни белмәй йән бирер. Юҡ, ул үҙенең яуызлығы өсөн яҡты донъянан ҡараңғы донъяға анһат ҡына китергә тейеш түгел, янырға, көйөргә, интегергә, михнәт сигергә тейеш. Иң ҡәҙерлеһенә, йән һөйгәненә зыян ҡылып ҡон ҡайтарайым, һарыға һабыштырайым”. Йылан бәзрәйеп Наҙгөлгә текәлде: ”Ғәжәйеп күркәм зат! Асылып киткән иҙеүенән нәфис түштәре күренеп, һулыш алғанда ҡалҡып, тибрәлеп, зиһенде биләй, иркәләргә әүрәтә. Ҡыйғас ҡаштары, еләҫ елдән һибелеп киткән сәстәре уны тағы ла серлерәк, гүзәлерәк итә”. Бындай йәмде боҙорға йөрьәт итмәй, ҡан көҫәүсе ир яғына һуҙылды: ”Яһилдың үҙенә ыҫ итәйем дә ҡуяйым. Яуызлығына күрә — язаһы. Фуф-фуф, кейеҙенән, кейеменән ат еҫе килә”. Ерәнеп, башын борҙо: ”Мин бит ир енесенән, гүзәл затҡа эйә булайым”. Ошо ниәтенән нәҙек оҙон кәүҙәһен уйнаҡлатты ла йәнә Наҙгөлгә тексәйҙе. Йылан арбауынан, ҡөҙрәтенән иҙрәп, йоҡо нығыраҡ баҫып, Наҙгөлдөң ирендәре сәскә тажы һымаҡ асылды. Шул саҡ сыңратып ат кешнәп ебәрҙе. Ҡабил тертләп уянды һәм кәләшенең ауыҙына инеп барған йыланды шәйләп, шаҡ ҡатты. Был ни ғиллә? Өнмө, төшмө? Юҡ, төш түгел, ысынбарлыҡ был. Башҡа берәү һөйләһә, билләһи, имеш-мимеш, тиер ине. Әле әҙәм ышанмаҫ күренеште үҙ күҙҙәре менән күрҙе. ”Имәнес нәҫтә кәләшенең эсендә, ғүмере йәшәү менән үлем араһында!” — Был уйынан Ҡабилдың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. — Наҙгөл, Наҙгөл, — тип өндәште Ҡабил. — Тор инде, тор. Наҙгөл баҫлығып, байтаҡ уяна алмай ятты һәм, ниһайәт, күҙҙәрен асып, хәлен тәфсирләне: — Арып-талып, тамағым кибеп, шишмәнән һалҡын ғына һыу эсәм икән, тип төшәнәмсе. Эсем дә өшөгәндәй. Шул арала әллә ер һалҡыны тейҙе инде. — Һалҡын айран минең дә быуындан алды, буғай. Тәнем земберҙәп, башым ауыртып тора, — тип хәйләләште Ҡабил. — Әйҙә, ҡайтайыҡ, мунса яғып төшәйек. Оләсәңдең мунсаһы сихәтле була торған. *** — Ҡояш нуры ла һүрелмәгән, күк салт аяҙ. Бар халыҡ ҡырҙа, ә һеҙ ҡайтып та килгәнһегеҙ. Көн кискә ауышҡансы сапмай. Бына ел-ғыуарҙар, — тип шелтәләп, ризаһыҙ ҡаршы алды оләсәй. — Ауырһынып торамсы, ниңәлер йоҡо ла баҫа, ғүмерҙә булмағанды. Тиргәмә инде, оләсәй, иртәгә эңер төшкәнсе сабырбыҙ, — тине Наҙгөл аҡланып. — Улайһа, төпкө бүлмәгә инеп ятып тор, балам, ә беҙ кейәү менән мунса хәстәрләйек. Ҡабил менән икәү генә ҡалғас, оләсәй әүлиә һымаҡ һиҙенеп һораны: — Ни хәл булды Наҙгөл менән? Йәшермәй генә һөйлә. — Үҙем әйтергә, кәңәш-төңәш итергә тора инем. Төш мәлендә ял итеп ятҡанда, ни... — Йә, йә, һуҙма! — Наҙгөлдөң... Наҙгөлдөң эсенә йылан керҙе. Оләсәйҙең йөҙө ҡара ҡойолдо: — Йә Хоҙа! Аҡ күңелле баланың ни ғәйебе. Кем ҡарғышы төштө башына?.. — Мин... Мин... Йылан үлтерҙем сабынлыҡта. Быныһы, күрәһең, үс итеп... — Яҡшыға илтмәй шул ул яһиллыҡ. Әҙәм сырхауы бер ғилләттер, халыҡ сырхауы яһиллыҡтыр. — Ҡалаға больницаға алып китәйем микән әллә Наҙгөлдө? — Ниндәй бәлнис? Торма йән көйөгө булып һерәйеп, йыланды сығарайыҡ үҙебеҙ Наҙгөлгә эркет эсереп. Наҙгөлдө уятып, мунсаға алып барҙылар. ”Иншалла, сихәте булһын”, — тип, шифаһын маҡтай-маҡтай, оләсәй Наҙгөлгә эркет һыуы эсерҙе. Төрлөсә им-том итеп, уның эсенә ҡулын ҡуйып уҡынды: ”Бисмилләәһ. Бисмилләәһ. Бисмилләәһ. Балама килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәм әрнеүҙәрҙән арынып, Аллаһым, һинең бөйөклөгөңә, көс-ҡөҙрәтеңә һыйынам...” Наҙгөл ләүкәлә йоҡоға талды. Шым ҡалдылар, йөрәктәр генә дөп-дөп тибә. Бик оҙаҡ ваҡыт үтте һымаҡ. Ҡапыл йылан күренде. Албырғап, ҡалтырап, Ҡабил аңғармаҫтан урындыҡтан мунса һүмесен бәреп төшөрҙө. Шаҡ иткән тауышҡа һиҫкәнеп, йылан кире тартылды. — Ҡаршылыҡ тыуҙы, сыҡманы, ҡоһоро ебәрмәй, — тине оләсәй бошоноп. — Инде икенсе әмәлде ҡылып ҡарайыҡ. Кейәү, бар, атыңды үргә ҡарай тиргә төшөргәнсе ҡыу. Шунан ошо һүмескә бер сөңкәләй тирен һығып ал да йәһәт кенә индер. Ҡабил йәшереп ҡуйған шешәһенән араҡы һемерҙе лә туғарылмай торған бейәһен: ” На-на! На-а-а!” — тип ярһып сыбыртҡылап, Мәңрәү тау һыртына ҡарай ҡыуҙы. Көн яман эҫе, ҡурып алып бара. Саба торғас, бейә шыбыр тиргә батты. Әйләнеп килеп, Ҡабил бейәһен йорт эсенә индерҙе лә тирен ус ҡырыйы менән һүмескә һыпырҙы, уны яулыҡ аша һөҙөп, мунсаға йүгерҙе.
Сәлимйән Бәҙретдинов.
Читайте нас: