Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 15:50

Йылан ҡоһоро (дауамы)

Ҡарсыҡ йәнә доға уҡыны: ”Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Ауырыған ваҡытта Аллаһ шифа бирер. Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббыһы! Сирҙәрҙе юҡ итеүсе, ауырыуҙы бөтөрөүсе шифалыр. Ҡыҙымды сәләмәтләндереүсе тик һин генә. Һинән башҡа уға еңеллек килтереүсе һис кем юҡ. Аллаһым! Бер ҡолоңа дауа бирсе?” Шунан ат тирен өрөп имләп: ”Эс, балам, зинһар, эс”, — тип, ейәнсәренең ауыҙына ҡойҙо. Үҙ алдына ниҙер уҡып, тылсымлы һүҙ, сихри көс менән тәьҫир итеп, күңелен биләне. Наҙгөл бер ни белмәй йоҡлап китте. Был юлы йылан оҙаҡ көттөрмәне, йылп итеп килеп сыҡты ла иҙәнгә барып төштө. Шуны ғына көткән Ҡабил уны ҡыҫҡыс менән эләктереп тоҡҡа тыҡты һәм тышҡа атылды. Урамда, күп уйлап тормай, тоҡ өҫтөнә күтәргеһеҙ яҫы таш орҙо. Ҡабил ләүкәлә бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Наҙгөлөн киндер япма менән ябып, өйгә күтәреп алып ҡайтты һәм мамыҡ түшәкле карауатҡа һалды. Мунсанан сыҡҡанда оләсәһе доғаһын уҡып ҡалды: ”Ҡыҙымды сафландырған, уға сәләмәтлек биргән Аллаһҡа маҡтау булһын”. Ысынлап та, кәләшенең йөҙө тағы ла асылып, матурайып киткән, тәне алһыуланып, сафлыҡ бөркөп тора. Буй-һыны шундай нәфис, ымһындырғыс. Әйтерһең дә Наҙгөл фәҡәт һоҡланыу һәм һөйөр-һөйөлөр өсөн генә яратылған. Сабынлыҡта теләгенә ирешә алмаған Ҡабил, инде һис ни туҡтата алмаҫ ғәйрәт тойоп, нәфислеккә йомолдо. Бер аҙҙан кәре ҡайтып, Наҙгөлөнә йылы һүҙҙәр әйтергә лә онотоп, ойоп китте. Төн уртаһында йоҡоһонда Ҡабилға үтә ҡурҡыныс күренеш төҫмөрләнде. Ул Оҙонғыр буйында йөрөй, имеш. Кинәт кенә ҡайҙандыр йыландар пәйҙә булды. Мыжғышып, ыҫылдашып киләләр. Ҡабил, ҡото осоп, ауылға ҡарай ҡасты. Сабынлыҡта, йортонда үлтергән ике йылан да терелгән, имеш. Береһе үлән өҫтөнән тәгәрмәс кеүек тәгәрәп, икенсеһе ҡойроғонда елеп, башын сәкәйтеп баҫтыра. Ҡабил имәнес тауыш менән ҡысҡырып, һаташып, йәһәннәмгә осто. Уянғанда ул ҡаҡ иҙәндә ята ине. Оҙон керпектәрен елпеп, Наҙгөл күҙҙәрен асты. Бүлмәгә хозур яҡтылыҡ һибелә, асма тәҙрәнән еләҫ һауа бөркөлә, һандуғас моңо күңелде наҙлай... Хәс тә йәннәттә ятҡан һымаҡ. Рәхәт... Иртәнге йәмдән мәхрүм ҡалмаҫҡа, Наҙгөл тышҡа атлыҡты. Оләсәһе, ғәҙәттәгесә, таң һарыһы беленеү менән торған, ҡояшты ҡаршылап, үҙенә, ейәнсәренә иҫәнлек-һаулыҡ теләй: Эй, Тәңрем, тәнемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡолаҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, күҙҙәремде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡул-аяҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, үпкә-йөрәгемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, эс-бауырымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, йәнебеҙҙе паклыҡта тот! Эй, Тәңрем, берҙән-берем! Һаҡла беҙҙе! — Һаумы, таң! Һаумы, ҡояш! Хәйерле иртә, оләсәй! Оҙон керпектәрен елпеп, Наҙгөл күҙҙәрен асты. Бүлмәгә хозур яҡтылыҡ һибелә, асма тәҙрәнән еләҫ һауа бөркөлә, һандуғас моңо күңелде наҙлай... Хәс тә йәннәттә ятҡан һымаҡ. Рәхәт... Иртәнге йәмдән мәхрүм ҡалмаҫҡа, Наҙгөл тышҡа атлыҡты. Оләсәһе, ғәҙәттәгесә, таң һарыһы беленеү менән торған, ҡояшты ҡаршылап, үҙенә, ейәнсәренә иҫәнлек-һаулыҡ теләй: Эй, Тәңрем, тәнемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡолаҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, күҙҙәремде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡул-аяҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, үпкә-йөрәгемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, эс-бауырымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, йәнебеҙҙе паклыҡта тот! Эй, Тәңрем, берҙән-берем! Һаҡла беҙҙе! — Һаумы, таң! Һаумы, ҡояш! Хәйерле иртә, оләсәй! &

Ҡарсыҡ йәнә доға уҡыны: ”Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Ауырыған ваҡытта Аллаһ шифа бирер. Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббыһы! Сирҙәрҙе юҡ итеүсе, ауырыуҙы бөтөрөүсе шифалыр. Ҡыҙымды сәләмәтләндереүсе тик һин генә. Һинән башҡа уға еңеллек килтереүсе һис кем юҡ. Аллаһым! Бер ҡолоңа дауа бирсе?” Шунан ат тирен өрөп имләп: ”Эс, балам, зинһар, эс”, — тип, ейәнсәренең ауыҙына ҡойҙо. Үҙ алдына ниҙер уҡып, тылсымлы һүҙ, сихри көс менән тәьҫир итеп, күңелен биләне. Наҙгөл бер ни белмәй йоҡлап китте. Был юлы йылан оҙаҡ көттөрмәне, йылп итеп килеп сыҡты ла иҙәнгә барып төштө. Шуны ғына көткән Ҡабил уны ҡыҫҡыс менән эләктереп тоҡҡа тыҡты һәм тышҡа атылды. Урамда, күп уйлап тормай, тоҡ өҫтөнә күтәргеһеҙ яҫы таш орҙо. Ҡабил ләүкәлә бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Наҙгөлөн киндер япма менән ябып, өйгә күтәреп алып ҡайтты һәм мамыҡ түшәкле карауатҡа һалды. Мунсанан сыҡҡанда оләсәһе доғаһын уҡып ҡалды: ”Ҡыҙымды сафландырған, уға сәләмәтлек биргән Аллаһҡа маҡтау булһын”. Ысынлап та, кәләшенең йөҙө тағы ла асылып, матурайып киткән, тәне алһыуланып, сафлыҡ бөркөп тора. Буй-һыны шундай нәфис, ымһындырғыс. Әйтерһең дә Наҙгөл фәҡәт һоҡланыу һәм һөйөр-һөйөлөр өсөн генә яратылған. Сабынлыҡта теләгенә ирешә алмаған Ҡабил, инде һис ни туҡтата алмаҫ ғәйрәт тойоп, нәфислеккә йомолдо. Бер аҙҙан кәре ҡайтып, Наҙгөлөнә йылы һүҙҙәр әйтергә лә онотоп, ойоп китте. Төн уртаһында йоҡоһонда Ҡабилға үтә ҡурҡыныс күренеш төҫмөрләнде. Ул Оҙонғыр буйында йөрөй, имеш. Кинәт кенә ҡайҙандыр йыландар пәйҙә булды. Мыжғышып, ыҫылдашып киләләр. Ҡабил, ҡото осоп, ауылға ҡарай ҡасты. Сабынлыҡта, йортонда үлтергән ике йылан да терелгән, имеш. Береһе үлән өҫтөнән тәгәрмәс кеүек тәгәрәп, икенсеһе ҡойроғонда елеп, башын сәкәйтеп баҫтыра. Ҡабил имәнес тауыш менән ҡысҡырып, һаташып, йәһәннәмгә осто. Уянғанда ул ҡаҡ иҙәндә ята ине. Оҙон керпектәрен елпеп, Наҙгөл күҙҙәрен асты. Бүлмәгә хозур яҡтылыҡ һибелә, асма тәҙрәнән еләҫ һауа бөркөлә, һандуғас моңо күңелде наҙлай... Хәс тә йәннәттә ятҡан һымаҡ. Рәхәт... Иртәнге йәмдән мәхрүм ҡалмаҫҡа, Наҙгөл тышҡа атлыҡты. Оләсәһе, ғәҙәттәгесә, таң һарыһы беленеү менән торған, ҡояшты ҡаршылап, үҙенә, ейәнсәренә иҫәнлек-һаулыҡ теләй: Эй, Тәңрем, тәнемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡолаҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, күҙҙәремде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡул-аяҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, үпкә-йөрәгемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, эс-бауырымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, йәнебеҙҙе паклыҡта тот! Эй, Тәңрем, берҙән-берем! Һаҡла беҙҙе! — Һаумы, таң! Һаумы, ҡояш! Хәйерле иртә, оләсәй! Оҙон керпектәрен елпеп, Наҙгөл күҙҙәрен асты. Бүлмәгә хозур яҡтылыҡ һибелә, асма тәҙрәнән еләҫ һауа бөркөлә, һандуғас моңо күңелде наҙлай... Хәс тә йәннәттә ятҡан һымаҡ. Рәхәт... Иртәнге йәмдән мәхрүм ҡалмаҫҡа, Наҙгөл тышҡа атлыҡты. Оләсәһе, ғәҙәттәгесә, таң һарыһы беленеү менән торған, ҡояшты ҡаршылап, үҙенә, ейәнсәренә иҫәнлек-һаулыҡ теләй: Эй, Тәңрем, тәнемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡолаҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, күҙҙәремде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡул-аяҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, үпкә-йөрәгемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, эс-бауырымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, йәнебеҙҙе паклыҡта тот! Эй, Тәңрем, берҙән-берем! Һаҡла беҙҙе! — Һаумы, таң! Һаумы, ҡояш! Хәйерле иртә, оләсәй!
Оләсәһе ейәнсәренә ҡарап йылмайҙы. Мәгәр йөҙө әүәлгесә нур бөркмәй. Әллә ауырыҡһынып тора инде? Кәүҙәһе лә бөрөшөп киткәндәй. Күңелен ниндәйҙер хис-кисерештәр баҫҡанға оҡшай. Бағым бағып, күрәҙәлек итеп, ниҙер тойоп хафаланған микән?.. Наҙгөл көйәнтәһен, күнәктәрен алып, һыу юлына ыңғайланы. Оләсәһе, таң һыуынан сәй тәмле була, ти. Саф, һалҡын шишмәлә битен, ҡулын йыуҙы ла һауыттарын мөлдөрәмә тултырҙы. Ҡайтып инһә, Ҡабилы ҡобараһы осоп күтәрмәлә ултыра. Әйтерһең, төн буйына ен-пәрейҙәр менән ҡоторған, дәрт-дарманын ҡоротҡан үле һыу йотҡан. Яйы сыҡҡан һайын Наҙгөлдө шаярта, уның бөйөрөнән тотҡолай торғайны. Төн сыҡҡансы алмаштырып ҡуйғандармы ни, бөтөнләй өнһөҙ ҡалған. — Нимә булды һиңә, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? — тип, Наҙгөл ирен иҫләндерҙе. — Яман төш күрҙем. — Ниндәй төш? — Ыҫылдашып йыландар баҫтырҙы. Өнөмдә икән, тип торам. — Кисә үҙең үлтергән йыландың ғилләһелер...
Ҡапыл Ҡабилдың мейеһен зәһәр уй телеп үтте: ”Наҙгөл — эсенә йылан кергән бисә! Эсенә йылан кергән бисә!..” Был кисерештән ирҙең йәне үртәлде, күңелен ҡыҙғаныу, яман көнләшеү, әсенеү тойғоһо биләп алды, көнсөллөгө ғишҡының тоҙо булып ҡатты. Наҙгөлө уға йылан менән хыянат ҡылған һымаҡ тойолдо. Ир енесле йылан ҡатын-ҡыҙ затына эйәләшә, тиҙәр бит. Ҡабил шешәһен табып, кисәгенән ҡалған ”шайтан һыуы”н ғолҡолдатты. Иртәнге сәйҙән һуң Ҡабил теләр-теләмәҫ кенә бесәнгә барырға әҙерләнде. Һул аяҡтан торғандай, эше тиҫкәрегә китеп тик торҙо: салғыға бармағын ҡырҡты, ҡамытты кире яғы менән кейҙерҙе, бейәһе тәртә араһына кермәй ҡаршылашты, арбаһының тәжеһе ысҡынды, шунан ҡамыт бауы өҙөлдө... Хужа ҡаты итеп, инәһе-атаһы менән һүгенде. Ғүмерҙә булмағанса ыҙалап, ниһайәт, атын егеп бөттө. Ризыҡ күтәреп, Наҙгөл дә өйҙән сыҡты. Яй ғына ҡуҙғалдылар, шым ғына барҙылар. Бөгөн Ҡабилдың хис-тойғолары урғып тормай, йәй уртаһында ҡырау төшкәндәй, күңеле һалҡын, йөрәге туң. Сабынлыҡҡа еткәс, Ҡабил ашыҡмай ғына атын туғарҙы ла үлән юшарға арҡанланы. Салғыларҙы арлы-бирле генә тапап һәм янып, сабырға төштө. Бөгөн һелтәме дәртһеҙ, шәплеген, ғәйрәтен күрһәтеү сәме юҡ. Юлдан сыға ла ултыра, сыға ла ултыра. Әйтерһең, кемдер елеген, көс-ҡөҙрәтен һурған, йәшәү дәртен бөтөргән. Бер төн эсендә ир арыҫланынан ир йоратына әйләнгән Ҡабил.
Төш етер-етмәҫтән сәйгә туҡтанылар. — Атың юшамай, башын эйеп тик тора, ҡара әле, ҡара, — тине Наҙгөл. Ысынлап та, бейәһе утламай, бер туҡтауһыҙ уфылдай, ауыр итеп тын ала. Мороно ныҡ ҡына шешкән. — Инәңдең... — Ҡабил яман итеп һүгенде. Тауышҡа Наҙгөл дә йүгереп килде. — Моронон әллә һағыҙаҡ саҡҡан инде?.. Шеш ҙурайғандан ҙурайҙы, һәм бейә тын ала алмай, күҙ алдында ятты ла үлде. — Уны һағыҙаҡ түгел, йылан саҡҡан, йылан, — тип Наҙгөл сеңләп илап ебәрҙе. — Йылан ҡарғышы эҙәрлекләй беҙҙе, йылан ҡарғышы...
*** Наҙгөлдөң әйткәне дөрөҫкә сыҡты — бәлә артынан бәлә, ҡаза артынан ҡаза килеп кенә торҙо: һөтлө һыйырҙары ярҙан ҡоланы, Ҡабилдың һалып ятҡан яңы өйө янып, көлгә ҡалды, хатта тауыҡ себештәре ҡырылып бөттө, кәртәлә мал әҫәре ҡалманы. Ҡабил иһә эскегә һабышты, тире лә һөйәккә генә ҡалды. Наҙгөл ныҡ орошҡандан, эскеңде ҡуймаһаң, башҡа һинең менән йәшәмәйем, тигәндән һуң, ялға ҡайтҡан ағаһына эйәреп, Себер сығып китте. Унда ла йәлсемәне, туҡмалып, таланып, йолҡош хәлендә ҡайтып йығылды. Ауылда туйға әҙерләнәләр ине. Ҡабилдың һеңлеһе кейәүгә сыға. Ҡыҙ ҙа, егет тә бәхетлеләр, яратышып ҡауышалар, пар аҡҡоштар кеүек матурҙар. Уларға һоҡланып туймайҙар. Ҡабилдың да күңеле күтәрелде, һеңлеһенә ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгеһе килде. ”Иркәм, — тине ул итәғәт кенә. — Кейәү күсереп алып киткәнсе ер-һыу менән хушлаштырып йөрөтөп килтерәйем. Әйҙә!” Туғандарының ай-вайына ҡарамай, һеңлеһен күршеһенең иҫке генә йөк машинаһына ултыртып, ҡырға алып сыҡты. Һыуыҡбилгә күтәрелделәр. Күсер ҡыҙ хушлашыу билгеһе итеп, йәм-йәшел ҡарағайға ал таҫма бәйләне, күҙенән йәштәр субырланы. Ауылға табан оҙон тау юлынан төшкәндә машина ел арбаһы һымаҡ елде. Ҡабил тормозға баҫты, ләкин тиҙлек кәмемәне.
— Тормоз тотмай, тормоз! — тип бар көсөнә ҡысҡырҙы Ҡабил. — Һикер, иркәм! Һикер! Хәҙер түңкәреләбеҙ. Үҙе лә ырғыны. Күҙ асып йомған арала машина әллә нисә мәртәбә әйләнеп, йәмшәйеп, йырынға осто. Ҡабил, ҡото алынып, һеңлеһе янына уҡталды. Ул ҡымшанмай ҙа ҡырлас таштар өҫтөндә ята, сикәһенән ал ҡан тама... Яман шомдан Ҡабилдың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, мейеһен үлем шауҡымы шаңҡытты. — Мин ҡәбәхәт! Мин шаҡшы! Миңә аяу юҡ! — Аяныслы һөрәнләү тауҙарҙа яңғырап, кешеләрҙ кәм! — тине лә Ҡабил тәрән ятыулы йылғаға атылды, йөҙә белгәс, батманы. Ярға сыҡты ла кеше күҙенә салынмай ғына ат аҙбарына ыңғайланы, унан бау эҙләп табып, урманға инеп юғалды... Наҙгөлдөң кинәт кенә өҙөп-өҙөп йөрәге һулҡылданы һәм шул ыңғайы эсендә йән эйәһе ҡыбырланы..
Сәлимйән Бәҙретдинов.
Оләсәһе ейәнсәренә ҡарап йылмайҙы. Мәгәр йөҙө әүәлгесә нур бөркмәй. Әллә ауырыҡһынып тора инде? Кәүҙәһе лә бөрөшөп киткәндәй. Күңелен ниндәйҙер хис-кисерештәр баҫҡанға оҡшай. Бағым бағып, күрәҙәлек итеп, ниҙер тойоп хафаланған микән?.. Наҙгөл көйәнтәһен, күнәктәрен алып, һыу юлына ыңғайланы. Оләсәһе, таң һыуынан сәй тәмле була, ти. Саф, һалҡын шишмәлә битен, ҡулын йыуҙы ла һауыттарын мөлдөрәмә тултырҙы. Ҡайтып инһә, Ҡабилы ҡобараһы осоп күтәрмәлә ултыра. Әйтерһең, төн буйына ен-пәрейҙәр менән ҡоторған, дәрт-дарманын ҡоротҡан үле һыу йотҡан. Яйы сыҡҡан һайын Наҙгөлдө шаярта, уның бөйөрөнән тотҡолай торғайны. Төн сыҡҡансы алмаштырып ҡуйғандармы ни, бөтөнләй өнһөҙ ҡалған. — Нимә булды һиңә, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? — тип, Наҙгөл ирен иҫләндерҙе. — Яман төш күрҙем. — Ниндәй төш? — Ыҫылдашып йыландар баҫтырҙы. Өнөмдә икән, тип торам. — Кисә үҙең үлтергән йыландың ғилләһелер... Оләсәһе ейәнсәренә ҡарап йылмайҙы. Мәгәр йөҙө әүәлгесә нур бөркмәй. Әллә ауырыҡһынып тора инде? Кәүҙәһе лә бөрөшөп киткәндәй. Күңелен ниндәйҙер хис-кисерештәр баҫҡанға оҡшай. Бағым бағып, күрәҙәлек итеп, ниҙер тойоп хафаланған микән?.. Наҙгөл көйәнтәһен, күнәктәрен алып, һыу юлына ыңғайланы. Оләсәһе, таң һыуынан сәй тәмле була, ти. Саф, һалҡын шишмәлә битен, ҡулын йыуҙы ла һауыттарын мөлдөрәмә тултырҙы. Ҡайтып инһә, Ҡабилы ҡобараһы осоп күтәрмәлә ултыра. Әйтерһең, төн буйына ен-пәрейҙәр менән ҡоторған, дәрт-дарманын ҡоротҡан үле һыу йотҡан. Яйы сыҡҡан һайын Наҙгөлдө шаярта, уның бөйөрөнән тотҡолай торғайны. Төн сыҡҡансы алмаштырып ҡуйғандармы ни, бөтөнләй өнһөҙ ҡалған. — Нимә булды һиңә, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? — тип, Наҙгөл ирен иҫләндерҙе. — Яман төш күрҙем. — Ниндәй төш? — Ыҫылдашып йыландар баҫтырҙы. Өнөмдә икән, тип торам. — Кисә үҙең үлтергән йыландың ғилләһелер... йоҡлап китте. Был юлы йылан оҙаҡ көттөрмәне, йылп итеп килеп сыҡты ла иҙәнгә барып төштө. Шуны ғына көткән Ҡабил уны ҡыҫҡыс менән эләктереп тоҡҡа тыҡты һәм тышҡа атылды. Урамда, күп уйлап тормай, тоҡ өҫтөнә күтәргеһеҙ яҫы таш орҙо. Ҡабил ләүкәлә бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Наҙгөлөн киндер япма менән ябып, өйгә күтәреп алып ҡайтты һәм мамыҡ түшәкле карауатҡа һалды. Мунсанан сыҡҡанда оләсәһе доғаһын уҡып ҡалды: ”Ҡыҙымды сафландырған, уға сәләмәтлек биргән Аллаһҡа маҡтау булһын”. Ысынлап та, кәләшенең йөҙө тағы ла асылып, матурайып киткән, тәне алһыуланып, сафлыҡ бөркөп тора. Буй-һыны шундай нәфис, ымһындырғыс. Әйтерһең дә Наҙгөл фәҡәт һоҡланыу һәм һөйөр-һөйөлөр өсөн генә яратылған. Сабынлыҡта теләгенә ирешә алмаған Ҡабил, инде һис ни туҡтата алмаҫ ғәйрәт тойоп, нәфислеккә йомолдо. Бер аҙҙан кәре ҡайтып, Наҙгөлөнә йылы һүҙҙәр әйтергә лә онотоп, ойоп китте. Төн уртаһында йоҡоһонда Ҡабилға үтә ҡурҡыныс күренеш төҫмөрләнде. Ул Оҙонғыр буйында йөрөй, имеш. Кинәт кенә ҡайҙандыр йыландар пәйҙә булды. Мыжғышып, ыҫылдашып киләләр. Ҡабил, ҡото осоп, ауылға ҡарай ҡасты. Сабынлыҡта, йортонда үлтергән ике йылан да терелгән, имеш. Береһе үлән өҫтөнән тәгәрмәс кеүек тәгәрәп, икенсеһе ҡойроғонда елеп, башын сәкәйтеп баҫтыра. Ҡабил имәнес тауыш менән ҡысҡырып, һаташып, йәһәннәмгә осто. Уянғанда ул ҡаҡ иҙәндә ята ине. *** Оҙон керпектәрен елпеп, Наҙгөл күҙҙәрен асты. Бүлмәгә хозур яҡтылыҡ һибелә, асма тәҙрәнән еләҫ һауа бөркөлә, һандуғас моңо күңелде наҙлай... Хәс тә йәннәттә ятҡан һымаҡ. Рәхәт... Иртәнге йәмдән мәхрүм ҡалмаҫҡа, Наҙгөл тышҡа атлыҡты. Оләсәһе, ғәҙәттәгесә, таң һарыһы беленеү менән торған, ҡояшты ҡаршылап, үҙенә, ейәнсәренә иҫәнлек-һаулыҡ теләй: Эй, Тәңрем, тәнемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡолаҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, күҙҙәремде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, ҡул-аяҡтарымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, үпкә-йөрәгемде һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, эс-бауырымды һаулыҡта тот! Эй, Тәңрем, йәнебеҙҙе паклыҡта тот! Эй, Тәңрем, берҙән-берем! Һаҡла беҙҙе! — Һаумы, таң! Һаумы, ҡояш! Хәйерле иртә, оләсәй! Оләсәһе ейәнсәренә ҡарап йылмайҙы. Мәгәр йөҙө әүәлгесә нур бөркмәй. Әллә ауырыҡһынып тора инде? Кәүҙәһе лә бөрөшөп киткәндәй. Күңелен ниндәйҙер хис-кисерештәр баҫҡанға оҡшай. Бағым бағып, күрәҙәлек итеп, ниҙер тойоп хафаланған микән?.. Наҙгөл көйәнтәһен, күнәктәрен алып, һыу юлына ыңғайланы. Оләсәһе, таң һыуынан сәй тәмле була, ти. Саф, һалҡын шишмәлә битен, ҡулын йыуҙы ла һауыттарын мөлдөрәмә тултырҙы. Ҡайтып инһә, Ҡабилы ҡобараһы осоп күтәрмәлә ултыра. Әйтерһең, төн буйына ен-пәрейҙәр менән ҡоторған, дәрт-дарманын ҡоротҡан үле һыу йотҡан. Яйы сыҡҡан һайын Наҙгөлдө шаярта, уның бөйөрөнән тотҡолай торғайны. Төн сыҡҡансы алмаштырып ҡуйғандармы ни, бөтөнләй өнһөҙ ҡалған. — Нимә булды һиңә, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? — тип, Наҙгөл ирен иҫләндерҙе. — Яман төш күрҙем. — Ниндәй төш? — Ыҫылдашып йыландар баҫтырҙы. Өнөмдә икән, тип торам. — Кисә үҙең үлтергән йыландың ғилләһелер... Ҡапыл Ҡабилдың мейеһен зәһәр уй телеп үтте: ”Наҙгөл — эсенә йылан кергән бисә! Эсенә йылан кергән бисә!..” Был кисерештән ирҙең йәне үртәлде, күңелен ҡыҙғаныу, яман көнләшеү, әсенеү тойғоһо биләп алды, көнсөллөгө ғишҡының тоҙо булып ҡатты. Наҙгөлө уға йылан менән хыянат ҡылған һымаҡ тойолдо. Ир енесле йылан ҡатын-ҡыҙ затына эйәләшә, тиҙәр бит. Ҡабил шешәһен табып, кисәгенән ҡалған ”шайтан һыуы”н ғолҡолдатты. Иртәнге сәйҙән һуң Ҡабил теләр-теләмәҫ кенә бесәнгә барырға әҙерләнде. Һул аяҡтан торғандай, эше тиҫкәрегә китеп тик торҙо: салғыға бармағын ҡырҡты, ҡамытты кире яғы менән кейҙерҙе, бейәһе тәртә араһына кермәй ҡаршылашты, арбаһының тәжеһе ысҡынды, шунан ҡамыт бауы өҙөлдө... Хужа ҡаты итеп, инәһе-атаһы менән һүгенде. Ғүмерҙә булмағанса ыҙалап, ниһайәт, атын егеп бөттө. Ризыҡ күтәреп, Наҙгөл дә өйҙән сыҡты. Яй ғына ҡуҙғалдылар, шым ғына барҙылар. Бөгөн Ҡабилдың хис-тойғолары урғып тормай, йәй уртаһында ҡырау төшкәндәй, күңеле һалҡын, йөрәге туң. Сабынлыҡҡа еткәс, Ҡабил ашыҡмай ғына атын туғарҙы ла үлән юшарға арҡанланы. Салғыларҙы арлы-бирле генә тапап һәм янып, сабырға төштө. Бөгөн һелтәме дәртһеҙ, шәплеген, ғәйрәтен күрһәтеү сәме юҡ. Юлдан сыға ла ултыра, сыға ла ултыра. Әйтерһең, кемдер елеген, көс-ҡөҙрәтен һурған, йәшәү дәртен бөтөргән. Бер төн эсендә ир арыҫланынан ир йоратына әйләнгән Ҡабил. Төш етер-етмәҫтән сәйгә туҡтанылар. — Атың юшамай, башын эйеп тик тора, ҡара әле, ҡара, — тине Наҙгөл. Ысынлап та, бейәһе утламай, бер туҡтауһыҙ уфылдай, ауыр итеп тын ала. Мороно ныҡ ҡына шешкән. — Инәңдең... — Ҡабил яман итеп һүгенде. Тауышҡа Наҙгөл дә йүгереп килде. — Моронон әллә һағыҙаҡ саҡҡан инде?.. Шеш ҙурайғандан ҙурайҙы, һәм бейә тын ала алмай, күҙ алдында ятты ла үлде. — Уны һағыҙаҡ түгел, йылан саҡҡан, йылан, — тип Наҙгөл сеңләп илап ебәрҙе. — Йылан ҡарғышы эҙәрлекләй беҙҙе, йылан ҡарғышы... *** Наҙгөлдөң әйткәне дөрөҫкә сыҡты — бәлә артынан бәлә, ҡаза артынан ҡаза килеп кенә торҙо: һөтлө һыйырҙары ярҙан ҡоланы, Ҡабилдың һалып ятҡан яңы өйө янып, көлгә ҡалды, хатта тауыҡ себештәре ҡырылып бөттө, кәртәлә мал әҫәре ҡалманы. Ҡабил иһә эскегә һабышты, тире лә һөйәккә генә ҡалды. Наҙгөл ныҡ орошҡандан, эскеңде ҡуймаһаң, башҡа һинең менән йәшәмәйем, тигәндән һуң, ялға ҡайтҡан ағаһына эйәреп, Себер сығып китте. Унда ла йәлсемәне, туҡмалып, таланып, йолҡош хәлендә ҡайтып йығылды. Ауылда туйға әҙерләнәләр ине. Ҡабилдың һеңлеһе кейәүгә сыға. Ҡыҙ ҙа, егет тә бәхетлеләр, яратышып ҡауышалар, пар аҡҡоштар кеүек матурҙар. Уларға һоҡланып туймайҙар. Ҡабилдың да күңеле күтәрелде, һеңлеһенә ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгеһе килде. ”Иркәм, — тине ул итәғәт кенә. — Кейәү күсереп алып киткәнсе ер-һыу менән хушлаштырып йөрөтөп килтерәйем. Әйҙә!” Туғандарының ай-вайына ҡарамай, һеңлеһен күршеһенең иҫке генә йөк машинаһына ултыртып, ҡырға алып сыҡты. Һыуыҡбилгә күтәрелделәр. Күсер ҡыҙ хушлашыу билгеһе итеп, йәм-йәшел ҡарағайға ал таҫма бәйләне, күҙенән йәштәр субырланы. Ауылға табан оҙон тау юлынан төшкәндә машина ел арбаһы һымаҡ елде. Ҡабил тормозға баҫты, ләкин тиҙлек кәмемәне. — Тормоз тотмай, тормоз! — тип бар көсөнә ҡысҡырҙы Ҡабил. — Һикер, иркәм! Һикер! Хәҙер түңкәреләбеҙ. Үҙе лә ырғыны. Күҙ асып йомған арала машина әллә нисә мәртәбә әйләнеп, йәмшәйеп, йырынға осто. Ҡабил, ҡото алынып, һеңлеһе янына уҡталды. Ул ҡымшанмай ҙа ҡырлас таштар өҫтөндә ята, сикәһенән ал ҡан тама... Яман шомдан Ҡабилдың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, мейеһен үлем шауҡымы шаңҡытты. — Мин ҡәбәхәт! Мин шаҡшы! Миңә аяу юҡ! — Аяныслы һөрәнләү тауҙарҙа яңғырап, кешеләрҙ кәм! — тине лә Ҡабил тәрән ятыулы йылғаға атылды, йөҙә белгәс, батманы. Ярға сыҡты ла кеше күҙенә салынмай ғына ат аҙбарына ыңғайланы, унан бау эҙләп табып, урманға инеп юғалды... Наҙгөлдөң кинәт кенә өҙөп-өҙөп йөрәге һулҡылданы һәм шул ыңғайы эсендә йән эйәһе ҡыбырланы..
Читайте нас: