Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 18:35

Абрикостан ҡайнатма

1 кг абрикос1 кг шәкәр1/2 стакан һыу1. Абрикостарҙы йыуып, уртаға ярып, эсенән һөйәктәрен алырға. Һөйәктәрен ярып, эсендәге мәмәйен шулай уҡ абрикос менән бергә бер һауытҡа һалырға.

1 кг абрикос1 кг шәкәр1/2 стакан һыу1. Абрикостарҙы йыуып, уртаға ярып, эсенән һөйәктәрен алырға. Һөйәктәрен ярып, эсендәге мәмәйен шулай уҡ абрикос менән бергә бер һауытҡа һалырға.2. Икенсе һауытка шәкәр өстөнә һыу ҡойоп, көслө булмаған ут өҫтөнә куйып шәкәрҙен иреп сиропка эйләнгәнен көтәбеҙ.3. Ипләп кенә ҡайнап ултырған сироп өстөнә абрикос һалып, болгап торор кәрәк. Тағы ҡайнап сыҡҡас 5 минут ут өстөндә тотоп утты тулыһынса һүндереп һөйәк эсенән алған мәмәйҙәрҙе һалып, бер нисә сәғәткә, йә төнгөлөккә һыуытрага куябыҙ.4. Икенсе көнгә, тағы ут өҫтөнә ҡуйып, ҡайнап сыккас 15 минут тотоп утты һундереп, эҫе килеш стерилизованный банкаларга һалып ябырға һәм таҫтамал менән ҡаплап ҡуйырга тулыһынса һыуынғас алып куйырга була.Был усыл менән эшләнгән ҡайнатма бик татлы килеп сыға һәм абрикостан шул көйө генә һаҡлана, ебеп төшмәйҙәр.
Читайте нас: