Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 15:30

Аяныслы яҙма ҡалдырған...

Бабай эргәһенә күршеһе ингән, эргәһендә яҙыу тапҡан: “Ярҙам итегеҙ! “Ашығыс ярҙам” кәрәк!” тигән һүҙҙәр яҙылған булған унда

“Ҡартлыҡ – шатлыҡ ” ярҙам төркөмө ирекмәндәре баш ҡалала йәшәгән 86 йәшлек яңғыҙ бабайҙың аяныслы хәле, уға ярҙам талап ителеүе хаҡында бәйән иткәйне.
Бынан ярты йыл элек уның әбейе вафат булған, унан алда ике улы ла баҡыйлыҡҡа күсеүе мәғлүм. Йыраҡ туғандары һәм ейәндәренә иһә бабай кәрәкмәй: улар оло кешенең килеп хәлен дә белмәй икән.
Майҙа иһә Геннадий Ивановичтың документтарын урлағандар, шуға ла ул хәҙер пенсия һәм аҙыҡ-түлек һатып алыуҙан да мәхрүм. Ошоно асыҡлағас, ирекмәндәр уға кәрәкле әйберҙәр, ризыҡ килтергән, документтар менән ярҙам итергә вәғәҙәләгән.
Әммә... Ошо көндәрҙә бабай эргәһенә күршеһе ингән, эргәһендә яҙыу тапҡан: “Ярҙам итегеҙ! “Ашығыс ярҙам” кәрәк!” тигән һүҙҙәр яҙылған булған унда. Оло кешенең ҡан баҫымы һәм температураһы ныҡ күтәрелгән, ирекмәндәр уны дауаханаға оҙатырға ярҙам иткән.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәле хөрт. Ул реанимацияла ятты, коронавирусҡа анализ алғандар. Әлеге ваҡытта Геннадий Иванович дауахананың дауалау бүлегенә күсерелһә лә, хәле шәптән түгел. Яҡындары килһә ине – ул бик тә иғтибарға һәм йылыға мохтаж", – ти ирекмән Ольга Ремаренко.
Фото: ufa1.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ayanisli-ya-ma-aldir-an-368735/
Читайте нас: