Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 17:35

Файҙалы туңдырма

Башҡортостанда файҙалы туңдырма уйлап тапҡандар.

Башҡортостанда файҙалы туңдырма уйлап тапҡандар. Ул ғәҙәти түгел, ә сирҙе иҫкәртеү һәм бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә.
Уны Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары уйлап тапҡан. Аҙыҡ технологиялары факультетының магистратураһында уҡыусылар туңдырмаға прополис менән һеркә өҫтәгән. Ул тәмле генә түгел, бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә лә эйә.
Әлеге көндә Башҡортостанда умартасыларҙың “Апимондия-2021” халыҡ-ара конгресына әҙерлек бара. Шуға күрә умартасылыҡ продукттарын файҙаланыуҙың үҙенсәлекле ысулдарын эҙләү һәм өйрәнеү дауам итә, ти проект етәксеһе Зөлфиә Ғәлиева.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Bina-isma-am-tu-dirma-364988/
Читайте нас: