13 июлдә Өфөлә эшкә китеп барған еренән 54 йәшлек Фирҙәүес Әширбаева ғәйеп була. Был хәл ҡатындың ғаиләһен аптырашта ҡалдыра. Улар шунда уҡ эҙләүгә бирәләр.
"Минең әсәйем юғалды. 13 июлдә, һәр ваҡыттағыса, иртән эшкә китте, хеҙмәт урыны - Киров урамында. Унда сәғәт туғыҙға барып етмәгән. Хеҙмәттәштәре хафаға ҡалған. Сәғәт 11-ҙә беҙ уға яҙғайныҡ, бик сәйер һәм ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирҙе. Ә бер 20 минуттан бөтөнләй бәйләнештән юғалды", – ти ҡыҙы.
Әле эҙләүгә полиция һәм ирекмәндәр ҡушылған, маршруткалар водителдәренә билдәләрен әйткәндәр, дауаханалар буйлап йөрөй башлағандар.
"Нимә булғанын аңлай алмайбыҙ. Иртәнге 8-ҙән 11-гә тиклем ҡайҙа булған? Ул сығып киткән көндә барыһы ла һәр ваҡыттағыса ине. Эшкә үҙе менән ашарға һәм алмаш кейем алды. Бер ҡайҙа ла китергә йыйынмағандыр, сөнки паспорты өйҙә. Бәлки, эҫе сәбәпле берәй нимә булғандыр? Йөрәге, ҡан баҫымы менән проблемалары бар ине. Һуңғы ваҡытта эшкә һәм кире өйгә генә йөрөнө. Быға тиклем бер ҡасан да юғалғаны юҡ, гел бәйләнештә була торғайны", – ти ҡыҙы.
Ҡатындың билдәләре: буйы 165 см, ябыҡ, сәсе ҡара, күҙе йәшел. Юғалған көндә ҡара футболка, зәңгәр джинсы салбар, аҡ кеды кейгән. Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.