Мәләүез районы ауылдарының береһендә кис ата-әсә сабыйҙарының тын алмағанын һиҙеп ҡала.
Ҡыҙсыҡҡа ни бары алты ай ғына була. “Ашығыс ярҙам” табиптарына уның вафат булғанын теркәргә генә ҡала. Был бәлә хаҡында “КП-Уфа” хәбәр итте.
Фажиғә урынында Эске эштәр министрлығы һәм Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар балала бер ниндәй ҙә тән йәрәхәттәре, имгәнеү асыҡланмай. Бәпестең үлем сәбәбен билдәләү өсөн кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр. Полицейскийҙар шулай уҡ сабыйҙарҙы туҡландырыу өсөн яһалған ҡатнашманы ла тикшереү өсөн алған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sabiy-i--mere-nilekt-n--lg-n-367640/