Ҡоҙаш ауылының Салауат урамында 18 июль төнөндә (02.05 сәғәттә) янғын ҡубыу тураһында хәбәр алына. 24-се янғын һүндереү часы һәм Уральск янғын командалары ярҙамға ашыға.
Ағас йортта утты һүндергәндә 55 йәшлек ир һәм 60 йәшлек ҡатындың мәйеттәре табылған, ти. Әлеге мәл тәүтикшереүсе һәм тәфтишселәр фажиғәнең сәбәптәрен һәм хәл-шарттарын асыҡлай.
Бындай эҫелә айырыуса һаҡсыл булайыҡ, туғандар!
Фото алынды - https://vk.com/wall579366694_149