Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2020, 13:45

Әнүәр Нурғәлиев менән Вәсилә Фәттәхованы үҙ-ара нимә бәйләгән?

Башҡортостан эстрадаһында "Ихлас" төркөмө бик популяр булып, ул өс йырсынан - Гүзәл Әхмәтова, Марат Шәйбәков һәм Әнүәр Нурғәлиевтән тора ине. Хәҙер был сәхнә оҫталарының һәр береһенең үҙ карьераһы, үҙ тамашасыһы. Шул иҫәптән Әнүәр Нурғәлиевтең дә.

Башҡортостан эстрадаһында "Ихлас" төркөмө бик популяр булып, ул өс йырсынан - Гүзәл Әхмәтова, Марат Шәйбәков һәм Әнүәр Нурғәлиевтән тора ине. Хәҙер был сәхнә оҫталарының һәр береһенең үҙ карьераһы, үҙ тамашасыһы. Шул иҫәптән Әнүәр Нурғәлиевтең дә.
"Изгелек ҡылыу бала саҡтан килә. Мәктәптә уҡыған ваҡытта тимурсылыҡ эше бар ине. Яңғыҙ әбейҙәргә һыу ташып, утын ярып шефлыҡ иттек. Кемгәлер ярҙам итә алыуымдан һәр ваҡыт ҡәнәғәтлек хисе кисерҙем, һөйөндөм. Миңә йыш ҡына кәңәш һорап йәш йырсылар шылтырата. Тәжрибәм менән бүлешәм, ҡулымдан килгәнсе ярҙам итәм. Ә бит тормошта башҡаларға насарлыҡ эшләгәндән дә ләззәт ала торған кешеләр бар. Ундайҙарҙы һис аңламайым. Тағы бер тормош принцибым – бер ҡасан да «күперҙәрҙе яндырмаҫҡа». Ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, дошманлашырға ярамай.
Миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Тәүге аҙымдарым – Илфат Шәйехов менән ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөү. Тик ул йылдарҙа үҙемдең йырҙарым юҡ ине, башҡаларҙың халыҡҡа билдәле, популяр йырҙарын башҡарҙым. 2002 йылда "Ихлас" төркөмө барлыҡҡа килде. Унда ла тейешенсә йырлай алмай торғайным. Марат менән Гүзәлде тамашасы "күтәреп" ала ине, ә мин уларға эйәреп йөрөнөм. Тамашасы үҙемде йәлләп, кейгән матур костюм менән ихлас йылмайыуым өсөн алҡышлағандыр тип уйлайым. Ижадым тейешле һулышты бары тик 5-6 йыл элек алды. Элек, был йыр бөтәме инде, юҡмы, тип башҡарған булһам, хәҙер – киреһенсә. Элек тамашасы менән контакт юҡ ине. Ә ул бәйләнеште булдырыу өсөн үҙ композиторыңды, үҙ йырыңды табырға кәрәк. Бөгөн, Аллаға шөкөр, сәхнәлә сығыш яһауҙан ләззәт алам.
Биш-алты йыл элек интервью ваҡытында "Башҡорт-татар эстрадаһында яратҡан йырсығыҙ бармы?" тигән һорауға мәрхүмә Вәсилә Фәттәхова: "Әнүәр Нурғәлиев. Яратҡан йырсым ғына түгел, ул минең ағайым да, дуҫым да. Унда бер кемдә лә булмаған матур тауыш мелизматикаһы", – тип яуап биргәйне. "Кәрәк ваҡытта, кәрәк урында", тиҙәр бит, Вәсилә менән танышыуыбыҙ шулай булды. Айҙар Ғәлимов төркөмөнә вокалсы итеп урынлаштырмаҡсы инеләр, әммә форматтарына тура килмәнемме, оҡшатманылармы – алманылар. "Берәй матур тауышлы ҡыҙ кәрәк ине", – тине Айҙар Ғәни улы. Вәсилә тураһында "Белорет ҡыҙы, уға эш кәрәк" тип ишетеп белә инем. Әле лә хәтеремдә, сәнғәт институты коридорында тәҙрә янында осраштыҡ. Минең тәҡдим буйынса барҙы, "Айҙар" студияһына эшкә алдылар. Ижад шишмәһе шунан башланды. Вәсиләнең ысынлап яратҡан йырсыһы булдыммы, юҡмы – белмәйем, бәлки, хөрмәт итеп кенә әйткәндер. Үҙенең концерттарына ла саҡыра ине, дуэттар ҙа башҡарҙыҡ. "Юҡ, Вәсилә, булдыра алмайым... Сәхнәлә эштәрем барып сыҡмай", – тигән сағымда ул мине: "Әнүәр, булдырһаң, һин генә булдыраһың. Уңышһыҙлыҡтар килеп сыға икән, мәсеткә барып ҡара, доғалар уҡы", – тип ижадҡа дәрт, эшләргә ҡеүәт өҫтәй ине", - тип хәтирәләре менән бүлеште Әнүәр Нурғәлиев.
Фото: 123ru.net
Автор: Самат Ғәлин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/n-r-Nur-liev-men-n-V-sil-F-tt-hovani--ara-nim-b-yl-g-n-368942/
Читайте нас: