Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 22:25

Өфөлә 300 объект туристарға күрһәтеү исемлегенә индерелә

Өфөлә өс йөҙ объектты туристарға күрһәтеү исемлегенә индереү планлаштырыла.

Өфөлә өс йөҙ объектты туристарға күрһәтеү исемлегенә индереү планлаштырыла.
Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы Өфө хакимиәтенә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының баш ҡалала урынлашҡан әһәмиәтле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларын исемлеккә индереү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны.
Улар – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы уңайынан төҙөлгән Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, элекке Коммерция училищеһы (Ленин урамы, 61), шулай уҡ «Лаптев йорто» (Гоголь урамы, 27), «Изге Сергий ҡорамы» (Бехтерев урамы, 2) төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары һәм башҡалар.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1474587-v-ufe-300-obektov-voydut-v-perechen-turisticheskogo-pokaza/
Читайте нас в