Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» ирекмәндәре мохтаждарға аҙыҡ-түлек менән булышлыҡ күрһәтеүҙе дауам итә. Сираттағы ярҙам «Хәстәрлек картаһы» проекты сиктәрендә ойошторола.
«Ярҙам айырыуса мохтаждарға күрһәтелә. «Хәстәрлек картаһы»на мотлаҡ Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар, уҡып йөрөгән етем балалар, аныҡ ҡына йәшәгән урыны булмағандар, эшһеҙ аҙ тәьмин ителгәндәр һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандар инә», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был юлы 1000 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыла. Һатып алыуҙа Башпотребсоюз һәм Башҡортостан сода компанияһы финанс ярҙамы күрһәткән. Унда сәй,төрлө ярмалар, макарон изделиелары, консерва, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, көнбағыш майы, печенье, кеҫәл бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» акцияһы апрель аҙағында башланды. Ул саҡта проект коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле Башҡортостанда йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелде.
https://www.bashinform.ru/news/1474024-v-bashkortostane-v-ramkakh-proekta-karta-zaboty-razdadut-1000-produktovykh-naborov/