Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 10:40

Милли проект сиктәрендә яңы клуб

Башҡортостандың Илеш районы Ябалаҡ ауылында 300 урынға иҫәпләнгән яңы клуб төҙөлә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостандың Илеш районы Ябалаҡ ауылында 300 урынға иҫәпләнгән яңы клуб төҙөлә.
Клубтан тыш, ошо бинала китапхана һәм балалар музыка мәктәбе була.
Проекттың смета хаҡы – 28 миллиондан ашыу.
Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә тиҙҙән Ябалаҡта яңы клуб үҙ ишектәрен асырға тейеш.
Төҙөлөш быйыл апрель айында башланған. Ноябрҙә бинаны файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Әлеге ваҡытта төҙөүселәр ҡыйыҡ ябыу эштәре менән мәшғүл. Бер үк ваҡытта клуб, музыка мәктәбе һәм китапхана өсөн кәрәкле ҡорамал, йыһаз һәм музыка ҡоралдары һатып алына.
«Ҡуйылған бурысты ваҡытында атҡарып сыға алырбыҙ тип ышанам, — тип белдерҙе Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин. — Бының өсөн нигеҙ бар. Төҙөлөш материалдары һәм квалификациялы кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Һауа торошо ла төҙөүселәргә тотҡарлыҡһыҙ, тулы көскә эшләргә мөмкинлек бирә».
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1473840-blagodarya-natsproektu-v-ilishevskom-rayone-bashkirii-poyavitsya-novyy-klub/
Читайте нас в