Яйыҡ
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 22:20

Радий Хәбиров: «Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне». Башҡортостанда битлек режимы һаҡлана

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән, төбәктә ағымдағы режим һаҡлана.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән, төбәктә ағымдағы режим һаҡлана.
«Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Эйе, үлем осраҡтары кәмей бара, бик ҡыуаныслы, әлбиттә, ләкин Башҡортостанда көн һайын бер нисә тиҫтә сирлене теркәйбеҙ. Беҙҙә Учалы районында урынлашҡан психоневрология интернатында табылған сир сығанағына бәйле осраҡтар күбәйеп китте. Ул бөтөрөлдө. Коллегалар, был аҙнала беҙ бер тигеҙ барабыҙ. Роспотребнадзор талаптарына ярашлы һәм ағымдағы хәлдән сығып, ошо режимды һаҡларға тәҡдим итәм. Шул уҡ режимда эшләйбеҙ», — тине республика башлығы.
Битлек режимы бөтөп бара тиерлек, тип өҫтәне ул.
«Бының менән ризалашырға ярамай. Шуға күрә беҙ кешеләрҙе нисек ошо осорҙа битлектә йөрөү, социаль дистанцияны һаҡлау кәрәклегенә ышандырыу хаҡында уйлашырбыҙ. Йыйылырбыҙ, уйлашырбыҙ. Мөмкин булған урында ҡағиҙәләрҙе үтәүгә әйләнеп ҡайтырбыҙ: халыҡҡа әүҙемерәк, йомшаҡ ҡына, мәжбүр итмәйенсә генә аңлатырбыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Коронавирус бер ҡайҙа китмәне. Үҙ бурысыбыҙҙы тыныс ҡына үтәйбеҙ. Һәр ваҡыт койка запасы булырға тейеш».
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1474616-radiy-khabirov-koronavirus-nikuda-ne-ushel-masochnyy-rezhim-v-bashkirii-sokhranyaetsya/
Читайте нас в