Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 15:00

Бүләктәр оттороуҙо дауам итәбеҙ

Бүләктәр оттороуҙо дауам итәбеҙ. Был юлы уңыш Әүеш ауылынан Фирҙәүес һәм Рәшит Ғәбитовтарға йылмайҙы. Бүләккә улар һыу һиптереү өсөн махсус йомшаҡ шланг отто.

Бүләктәр оттороуҙо дауам итәбеҙ. Был юлы уңыш Әүеш ауылынан Фирҙәүес һәм Рәшит Ғәбитовтарға йылмайҙы. Бүләккә улар һыу һиптереү өсөн махсус йомшаҡ шланг отто.
Фирҙәүес Шамил ҡыҙы һөнәре буйынса ашнаҡсы. Быға тиклем һатыусы булып эшләгән, әле өйҙә. Рәшит Рәжәп улы – водитель. Үҙенең тракторы менән хужалығында ғына булышмай, ауылдаштарына ла ярҙам итеп өлгөрә.
Ғәбитовтар ике балаға атай һәм әсәй. Зифа ҡыҙҙары Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған. Кейәүҙә, ире Тимур менән дүрт йәшлек Ғүмәр исемле ул үҫтерәләр.
Ғәбитовтарҙың Ришат исемле улдары – студент.
Бүләкте редакциянан Зифа ҡыҙҙары килеп алды һәм тиҙ арала ата-әсәһенә тапшырырға вәғәҙәләне. Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: