Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:15

Белорет дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустовтың ниндәй вазифаға тәғәйенләнеүе билдәле булды

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта 20 июлдә «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары Софья Алешина хәбәр итте.
Евгений Кустов яңы вазифала медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген һәм сифатын контролдә тотоу мәсьәләләре өсөн яуап бирә. Иртәгәнән ул үҙ бурыстарын үтәй башлай.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, кисә Евгений Кустов Белорет һәм коллегалары менән хушлашты. Ул медицина учреждениеһы етәксеһе вазифаһын ҡалдырыуы тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Евгений Кустов майҙа Өфөлә Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарҙы.
https://www.bashinform.ru/news/1474643-v-bashkirii-stalo-izvestno-na-kakuyu-dolzhnost-ushel-vrach-evgeniy-kustov/
Читайте нас: